Имтихандар башланғас, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә тулҡынлана, борсола, тиккә генә ярһып китеүсәнгә әйләнә. Ә бит барлыҡ ауырыуҙар нервынан башлана. Был осорҙа организмды нисек һаҡларға ?
Һәр көн бер-ике төймә С витамины ашарға кәрәк. Ул көс өҫтәй, аҡыл эшмәкәрлеген яҡшырта, ләкин аскорбин кислотаһы ғына етмәй – “икеле” алмайым тиһәң, тырышырға ла кәрәк. Имтиханға әҙерләнеү өсөн иртәнге 10-дан 12-гә ҡәҙәр, ә кис 4-тән 6-ға тиклем ваҡыт иң яҡшыһы һанала.
Йәнә ата-әсәләргә лә, уҡыусыларға ла көн һайын өс-дүрт банан ашау яҡшы булыр. Ундағы сератонин матдәһе кешенең кәйефенә ыңғай йоғонто яһай.