Шишмә районында 2003 йылдан башлап йәш ғаиләләрҙе һәм белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса республика маҡсатлы программаһы уңышлы эшләп килә. Төбәктә күп кенә йәш ғаиләләр, фатир мәсьәләһен хәл итеп, өй туйлаған, субсидия алып, үҙ йортон һалып ингән.
Ҡара Яҡуп районда элек-электән төҙөк һәм матур ауылдарҙан һанала, торлаҡ төҙөлөшө бында йылдан-йыл киң ҡолас ала. Йәштәр ауылды ҡалаға алмаштырырға уйламай, атай нигеҙен һаҡлай. Айгөл менән Ленар Ибраевтарҙың ғаиләһе лә быйыл "Йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү" программаһына индерелде һәм дәүләттән 800 мең һумға яҡын субсидия алыуға өлгәште.
Улар 1998 йылда ғаилә ҡорғас та йорт һалырға тип ер биләмәһе юллай. Күмәк тырышлыҡ менән 2000 йылда мунсанан саҡ ҡына ҙурыраҡ йорт һалып инәләр. Йәштәрҙең улдары Данил, ҡыҙҙары Айгүзәл донъяға килә. Ғаилә ишәйгәс, яңы иркен йорт һалып сығырға хыяллана башлайҙар.
– Балалар ҙа, беҙ ҙә бәләкәй, ҡараңғы өйҙән ялҡтыҡ, тиҙерәк иркен йортҡа күсергә хыялланабыҙ, – ти хужабикә. – 2005 йылда нигеҙ күтәрҙек, әммә, аҡса яғы самалы булғас, төҙөлөш туҡтап торғайны. Дәүләттән ярҙам күктән төшкән кеүек булды.
Ғаилә башлығы Ленар Зиннур улы – Шишмә ветеринар станцияһында врач, ә Айгөл – "Росгосстрах"та белгес. Әле шәхси хужалыҡтары өсөн улар “МТЗ-80” тракторы һатып алған. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтергәс, трактор – алыштырғыһыҙ ярҙамсы.
Бөгөн Ибраевтар бар көстө һәм сығымды йортто тиҙерәк төҙөп бөтөүгә йүнәлткән. Яңы йыл алдынан өй туйларға йыйыналар. "Балалар айырыуса ҡыуана, уларҙың һәр береһенең үҙ бүлмәһе лә буласаҡ", – ти Ленар.
Самат ҒӘЛИН
Шишмә районы.