Дивиденд күләме кәмене12.07.2013
“Мин ғүмер буйы "Башкирнефтепродукт"тың Дәүләкәндәге яғыулыҡ станцияһында эшләнем. Үҙемдә ошо йәмғиәттең 100 акцияһы бар. Әммә быға тиклем улар буйынса дивиденд күләме 5 мең һумға тиклем еткәйне, һуңынан бер нисә тингә тороп ҡалды. Бының сәбәбе ниҙә икән?
Мөнир СӘХИПГӘРӘЕВ.
Дәүләкән ҡалаһы”.
Беҙ бының сәбәбен асыҡлар өсөн "Башнефть" компанияһының Өфөләге матбуғат хеҙмәтенә шылтыраттыҡ. Унда әйтеүҙәренсә, былтыр октябрҙә компанияның бөтөн бүлендек ойошмалары ла, шул иҫәптән "Башкирнефтепродукт", "Башнефть" компанияһына ҡушылып, айырым юридик ойошма булараҡ эшләүҙән туҡтаған һәм берҙәм акцияға күскән. Йәғни хәҙер акциялар буйынса дивиденд түләү был компания етәкселеге алып барған сәйәсәткә ярашлы башҡарыла.
Быйыл "Башнефть" акционерҙарының дөйөм йыйылышы 27 июндә булды. Директорҙар советы 2012 йылғы һөҙөмтәләр буйынса дивиденд күләмен бер акцияға 24 һум тип билдәләне. Ул акционерҙар йыйылышында раҫланды, тимәк, аҡсаһы һеҙгә 26 августан да ҡалмай түләнәсәк.