КҮПМЕ ТОРАҺЫҢ, ХЕҘМӘТСЕ?12.07.2013
Ярты йыл буйы йүнле эш таба алмай яфаланған Вадим "инде ҡайҙа барайым" тип аптырап торғанда туҡталышта бәләкәй генә иғлан күреп ҡалды. Ошондай йөҙәрләгән ҡағыҙ киҫәген уҡып та файҙа күрә алмағас (ҡайҙа барһа ла йә юғары белем, йә эш тәжрибәһе кәрәк тиҙәр), уҙаман белдереүҙәге телефон һандарын теләр-теләмәҫ кенә йыйҙы. Шулай ҙа уңды Вадим – ярты сәғәттән уны эшкә саҡырҙылар. Аралашыуҙың офиста түгел, машинала барасағы бер аҙ һағайтһа ла, был «ваҡ-төйәк»кә артыҡ иғтибар итеп торманы. Алты ай эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ интеккән ғаилә башлығына һөйләшеүҙең барған урынына ҡарағанда һөҙөмтәһе мөһимерәк ине.

Краснодар крайында өс ай эшләйһең дә бер ай ял итәһең, хеҙмәт хаҡы апаруҡ, тиҙәр уға. Шатлығы эсенә һыймаған ир бер көндән паспортын, кейем-һалымын төйнәп, сит төбәккә сығып та китә. Һәм… шул китеүҙән әйләнеп ҡайтмай (дөрөҫөрәге, хәбәрһеҙ юғала). Ә ҡатыны менән өс балаһы тилмереп, нимә уйларға ла белмәй, уны дүрт йыл буйы көтә лә көтә (ғаиләһен ташлаған тип юрарға ла булыр ине, тик Вадим ундайҙарҙан түгел). Әлбиттә, ике йыл элек ҡалала ир-егетте алдап, ҡоллоҡҡа һаталар, ҡасҡандарҙы үлтерәләр икән, тигән хәбәр таралғайны. Быға ла ышанырға теләмәй Вадимдың ғаиләһе. ХХI быуатта нисек инде кешене ҡоллоҡҡа һатып була?
Теләмәһәң дә, ҡайҙа бараһың, ышанырға тура килә шул. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә кешене ҡоллоҡҡа һатыу осраҡтары йышайғандан-йышая. Исемлектә тәүге баҫҡыстарҙың береһендә тора илебеҙ.
Белгестәр билдәләүенсә, бөгөн ирҙәр менән бер рәттән ҡатындар ҙа, балалар ҙа — ҡиммәтле тауар. Тәүгеләре ауыр хеҙмәт башҡарыу өсөн тәғәйенләнһә, гүзәл зат менән йәш быуын вәкилдәрен енси ихтыяждарҙа ҡулланалар. Бынан тыш, уларҙың эске ағзаларын һаталар. Ҡот осҡос хәл, тик, үкенескә ҡаршы, дөрөҫлөк шул.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә ҡол һатып алыусылар ҙа күбәйгән. Мәҫәлән, ватандаштарыбыҙ байыраҡ илгә “тауар” булып китһә, үҙебеҙгә ҡолдарҙы Үзбәкстан, Тажикстан яҡтарынан килтерәләр. Кемделер ҡурҡыталар, кемгәлер наркотик ҡаҙап торалар, ә бәғзеләр алдан бурысҡа батҡанға баш күтәрмәй эшләй. Йыраҡҡа йөрөйһө түгел: күптән түгел Стәрлетамаҡта танышын, йәнәһе, бурысы өсөн мәжбүри эшләтергә теләгән бер егетте тоттолар. Ярай әле «бурыслы ҡол» ҡасып ҡотолған һәм тура полицияға барған.
…Йәмғиәтте көндән-көн быуа барған был күренеш хаҡында бихисап миҫал килтерергә булыр ине. Шуныһын ғына өҫтәйек: бигерәк тә эшкә урынлашҡан саҡта алды-артты ҡарап, бурысҡа алырҙан алда, түләреңде уйлап йәшәргә кәрәк бөгөн.

low cost auto insurance


Вернуться назад