Ҡол булырға яҙмаһын12.07.2013
Ҡол булырға яҙмаһынРәсәйҙә кешене мәжбүр итеп эшләтеү осраҡтары йышая

Киң матбуғат саралары белдереүенсә, Воронеж өлкәһенән 33 йәшлек Сурик Броян ҡол хеҙмәтенән файҙаланғаны өсөн биш йылға шартлы хөкөм ителгән. Бындай хәбәр менән халыҡты әле һис тә аптыратырмын тимә, сөнки ҡол биләүселек һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә ғәҙәти хәлгә әүерелә бара. Ә яман ҡулдарға эләгеү хәүефенән бер кем дә һаҡланмаған. Ҡолдар, нигеҙҙә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа, ғөмүмән, ҡайҙа ҡул көсө талап ителә, шунда бил бөгә.

Суд асыҡлауынса, ауылда малсылыҡ фермаһы ойошторған 33 йәшлек ир 2011 йылдан алып эшмәкәрлегендә ҡол хеҙмәтенән файҙаланған. Ул, өлкә райондарына сығып, эшһеҙ ҡаңғырып йөрөгәндәрҙе тапҡан һәм, документтарын тартып алып, икмәк-һыу хаҡына бушлай эшләргә мәжбүр иткән. Ризаһыҙлыҡ белдергәндәрҙе туҡмарға тура килгән. Фермерға ҡолдарҙы "тәрбиәләүҙә" әзмәүерҙәй өс ир ярҙам иткән. "Тәрбиәселәр", фермерҙың фарманына буйһоноп, уларҙы һәр саҡ ҡарауыллап торған, ялҡауланғандарҙы дөмбәҫләгән. Бының өсөн хужа уларға аҡса түләгән, әлбиттә. Бындай аяныслы хәл, бәлки, оҙаҡҡа ла һуҙылыр ине, бәхетенә күрәме, 37 йәшлек ир сираттағы ҡаты туҡмалыуҙан һуң дауаханаға эләккән. Табиптар был ваҡиға тураһында шунда уҡ полицияға хәбәр иткән, улары әсирлектә булған ирҙең күрһәтмәләренә таянып, ҡол биләүсене эҙләп тапҡан. Тентеү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре фермерҙың телефонында аяҡтары бығауланған әсирҙәр төшөрөлгән фотоларҙы күргәс, теге әҙәм өсөн аҡланыуҙың мәғәнәһе ҡалмағандыр инде.
Ялсылар бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған тынсыу, тар, һаҫыҡ баракта йәшәгән. Элекке һыйыр аҙбары икән ул. Хужа батрактарҙы эшләтеүен-эшләткән, әммә йүнле аҙыҡ менән тәьмин итмәгән. Тикшереүселәр асыҡлауынса, ялсыларға шыйыҡ аш, бутҡа һәм күгәргән икмәк биргәндәр. Фермала, ирҙәрҙән тыш, тағы ике ҡатын бил бөккән: берәүһе — ашнаҡсы, икенсеһе — уның ярҙамсыһы. Батрактар араһынан бер ирҙең ВИЧ сирле икәнлеге, икенсеһенең сифилис менән ауырыуы асыҡланған. Әлбиттә, аңлауығыҙса, ялсыларға бер ниндәй ҙә медицина ярҙамы күрһәтелмәгән.
Ысынлап та, Рәсәйҙә ҡол биләүселек бөгөн ғәҙәти күренешкә әүерелә бара. Бына тағы ла ошоға оҡшаш миҫалдар.
2011 йылда Кострома өлкәһенән бер эшҡыуар урманда ҡул хеҙмәте менән ағас күмере эшкәртеүҙе ойоштора. Шунда уҡ мейес, әҙер продукцияны һаҡлау өсөн ҡаралты, эшселәргә йәшәр өсөн бәләкәй генә аласыҡ төҙөп ултырта. 2011 йылдың ғинуарынан 2012 йылдың февраленә тиклем ул алдау юлы менән Кострома ҡалаһы кешеләрен урманға эшкә алып килә һәм ҡоллоҡта тота. Әсирҙәргә ҡарата көс ҡулланыуҙан да тартынмай, ашарға ла йүнләп бирмәй. Махсус операция барышында ғына был әҙәм аҡтығы ҡулға алына һәм ҡолдар иреккә сығарыла.
Түбәнге Новгород өлкәһенең ҡол биләүселәре иһә вокзалда, урамдарҙа йәшәгән асарбаҡтарҙы йыйып, мул ғына аҡса вәғәҙә итеп, баҡса эштәренә йәлеп итә. Көндөҙ баҡсала бил бөккән ҡолдар төндө подвалда үткәрә, төйөлгән бойҙайҙы һыуға болғап, тамаҡ туйҙыра. Әлбиттә, документы ла, йорто ла булмаған, бер кемгә кәрәкмәгән яҡлаусыһыҙ асарбаҡтарға эш хаҡы түләнмәй.
Ҡурған өлкәһенең бер крәҫтиән (фермер) хужалығында ла ҡол биләүселек күренеше асыҡлана. Ике эшҡыуар алты йыл буйы хужалығында 50 кешене ҡоллоҡта тотҡан, тыңламағандарҙы ҡаты итеп туҡмағандар. Улар, нигеҙҙә, мебель оҫтаханаһына, һөтсөлөк фермаһына йә быйма баҫыу цехына эшкә урынлаштырабыҙ тип ҡала халҡын йыя ла, хужалыҡҡа алып ҡайтып бикләп, ҡоллоҡта тота. Төрлө эштәрҙе йөкмәтеп, аҡсаһын түләмәйҙәр. Аҙаҡ азат ителгәндәрҙең һөйләүе буйынса, ферманы ташлап ҡасҡан бер нисә ирҙе тотоп, теге әҙәмдәр яндырабыҙ тип янап, аяҡтары менән хатта эҫе мейескә лә тыҡҡан. Әсирлектән ҡасҡандарҙы күҫәк, ҡамсы менән туҡмап бығаулағандар, башҡаса ҡасмаһындар өсөн баштарына полиэтилен пакет кейҙереп, тонсоҡтороп язалағандар. Шуға ла күптәр ҡасырға ла уйламаған, бушҡа бил бөккән. Тикшереү барышында 34 йәшлек Викторҙың ҡоллоҡҡа үҙ теләге менән түгел, ә федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Ҡурған өлкәһендәге Ҡуртамыш ҡалаһы идаралығы йүнәлтмәһе буйынса мәжбүри эшкә ебәрелеүе асыҡлана. Ҡурған ҡол биләүселәренең енәйәтен тикшереү әле дауам итә.
Башҡортостандан Ришат исемле ир ҙә ике йылға яҡын күрше Силәбе өлкәһендәге Ҡыҙыл районының Кацбах ауылында ҡоллоҡ һурпаһын татыған. Ул эсеп иҫергәндән һуң аҡсаһын, документтарын юғалтҡан булған икән. Туғыҙ айға яҡын шәхси хужалығында эшләткәс, ҡол биләүсе ирҙе ауылына ҡайтарырға була. Аҡсаһын да түләй: хеҙмәтен ни бары 6 мең һумға баһалай. Ришат ҡайтыр юлға сыға, әммә шунда уны Кацбахтан икенсе бер кеше тотоп ала һәм, ҡурҡытып, кире ауылға ҡайтара. "Мине аяғымдан аҫып ҡуйҙылар, 20-30 минут шулай торғас, күҫәк менән туҡманылар. Иҫемде юғалтҡанмын. Аңыма килгәс, тағы ла һуҡҡыланылар. "Бушлай эшләргә ризаһыңмы-юҡмы?" тип ҡат-ҡат һоранылар", – тип һөйләй ир. Бер аҙ эшләгәс Ришат ҡаса, әммә йәнә тотола. Ҡаты туҡмалғандан һуң баш баҫып эшләй. Шулай ҙа уға нисектер ҡасырға тағы бер мөмкинлек килеп тыуа. Ул йәйәүләп тә, үткен машинаға ултырып та ауылына ҡайтып етә. Ир кеше, ҡол биләүселәрҙең ҡайҙа йәшәгәнен белһә лә, полицияға мөрәжәғәт итергә һаман булһа ҡурҡа. "Уларҙың бөтә ерҙә лә таныш-белеше күп, шуға ла бер кемдең дә өҫтөнән ғариза яҙмайым, йәшәгем килә", – ти кисәге ҡол.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, донъяла 30 миллионға яҡын кеше ҡол хәлендә тотола. Ә "Anty-Slavery" Бөтә донъя ойошмаһының рәсми мәғлүмәттәре иһә бөгөн ҡолдарҙың 200 миллионға етеүен билдәләй. Үкенескә ҡаршы, XXI быуатта ирекһеҙҙәр һаны арта ғына. БМО мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл һайын 700 меңгә яҡын кеше ҡоллоҡҡа дусар була. Эйе, ысынлап та шулай, сөнки күбеһе ҡол булырға үҙе ризалыҡ белдерә, сөнки ашарға-кейенергә, ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: хәҙерге ҡолдарҙың хәле элекке замандағынан күпкә ауырыраҡ.


Вернуться назад