Һаулыҡ һәм мәшғүллек мәнфәғәтендә12.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә “Әсә һәм бала” перинаталь үҙәген төҙөү барышы менән танышты.

Объектты 2015 йылдың беренсе кварталында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Өр-яңы клиник комплекс сәләмәтлекте тергеҙеү технологиялары менән тәьмин ителәсәк. Үҙәктәге клиника-диагностика бүлектәре заман талаптарына яуап бирә. Ул дауалау һәм реабилитациялау ҡорамалдары, медицина-технологик процестарҙы ойоштороу саралары менән йыһазландырылған. Үҙәктең директоры Алһыу Нәзирова стационарҙың 95 урынға иҫәпләнеүен билдәләне.
Яңы комплекс дәүләт-шәхси партнерлығына ярашлы төҙөлә. Өфө хакимиәте бушлай ер участкаһы бүлһә, “Әсә һәм бала” компаниялар төркөмө тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итә, төҙөлөштө алып бара. Объектты һалыуға 3,5 миллиард һум инвестиция бүлеү күҙаллана, әле шуның 700 миллион һумдан ашыуы үҙләштерелгән.
Ошо уҡ көндә Рөстәм Хәмитов баш ҡалалағы аквапарк төҙөлөшөндә булды. Дөйөм майҙаны 12 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән объектты быйыл октябрҙә сафҡа индереү күҙаллана. Ул көнөнә 1,5 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк.


Вернуться назад