Трамвай шау-шыу тыуҙырмаясаҡ12.07.2013
Өфөнөң Октябрь проспекты менән Һәҙиә Дәүләтшина бульвары киҫешкән урында яңы технология буйынса трамвай юлы һалына. Хәҙер рельстар буйлап йөрөгән транспорт шау-шыу тыуҙырмаясаҡ.

Яңы технологияның сере — эсендә арматура ҡоросо һәм химик өҫтәмәләр ҡушылған баҡыр сым булған махсус бетон плитәләрҙә. Ябай тимер-бетондан айырмалы, плитәне етештергәндә быулы камералар файҙаланылмай, ул ғәҙәти температурала 28 көн дауамында "өлгөрә". Тағы ла бер үҙенсәлеге — плитәлә трамвай рельсы өсөн махсус резинаға ултыртылған улаҡ бар. Шуға күрә хәрәкәт барышында шау-шыу, һелкенеү, туҙан юҡ. Плитәнең өҫтө яуым-төшөмгә бирешмәй торған ике ҡатлам лак менән буялған.
Өфөлә бындай технология буйынса тәүге трамвай юлы Ульяновтар урамында һалынғайны.


Вернуться назад