Ирек ҒӘЛИМОВ: "Ауылда почта селтәре юҡҡа сыҡмаясаҡ"12.07.2013
Ирек ҒӘЛИМОВ: "Ауылда почта селтәре юҡҡа сыҡмаясаҡ"Почта хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан "Рәсәй почтаһы" предприятиеһының Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Ғәлимов менән әңгәмәләштек.

— Ирек Миңлевәли улы, ике аҙна элек һеҙ Санкт-Петербургта "Почта тройкаһы-2013" халыҡ-ара форумында ҡатнашып ҡайттығыҙ. Бөгөн донъялағы почта хакимиәттәре ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итә, һәм улар республикабыҙҙағы почта хеҙмәте өсөн дә әһәмиәтлеме?
— Йыл һайын уҙғарылған форумда был юлы арауыҡтағы халыҡ-ара сауҙа баҙарын үҫтереү мәсьәләһе күтәрелде. Почта унда туранан-тура ҡатнаша, сөнки Интернет ярҙамында заказ бирелгән тауарҙар уның аша килә. Ошо хеҙмәттең ҙур үҫеш алыуын күҙәтәбеҙ. Рәсәйҙә былтыр, элгәрге йыл менән сағыштырғанда, почта аша тауарҙар ике тапҡырға күберәк ебәрелгән.
Халыҡ тауарҙарға Интернет аша заказ биреүҙе уңайлыраҡ тип күрә. Республикабыҙҙа ла был хеҙмәтте үҙ иттеләр. Әле Башҡортостанға посылкаларҙың 80 процентын интернет-магазиндар ебәрә.
Сарала тикшерелгән тағы ла бер мөһим мәсьәлә — мәғлүмәт алмашыуҙың электрон юлдарын үҫтереү. Был тема почтаға туранан-тура ҡағыла, сөнки илдә һәм республикала беҙҙең күп тармаҡлы бүлексәләр селтәре бар. Уларҙың барыһы ла тиерлек юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташтырылған. Был төрлө электрон, шул иҫәптән дәүләт хеҙмәте күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Башҡортостандағы 300 бүлексәлә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтелә.
Арауыҡтағы сауҙаны һәм электрон коммуникацияларҙы үҫтереү беҙҙең өсөн яңы мөмкинлектәр аса, "Интернет почтаның киләсәген юҡҡа сығарырмы-юҡмы?" тигән һорауға сик ҡуя.
— Республикала корреспонденцияны һәм матбуғатты таратыу сифатын яҡшыртыу өсөн ниндәй эш башҡарыла?
— Был йәһәттән ҡапма-ҡаршы ике тенденция бар. Ҡалаларҙа һәм ҙур район үҙәктәрендә бүлексәләребеҙ етмәүен, ә ауыл ерендә, киреһенсә, уларҙың саманан тыш күп булыуын тоябыҙ. Был почтаның эш сифатына кире йоғонто яһай. Бүлексәләр аҙ икән, тимәк, сират арта, тейешле хеҙмәт ваҡытында күрһәтелмәй, көсөргәнешле эштән биҙеп, кадрҙар тармаҡтан китә. Быға юл ҡуймау маҡсатында беҙ төрлө түләүҙәрҙе ҡабул итеү пункттарын арттырырға тырышабыҙ.
Быйылдан постоматтар йәки автоматик камералар эшләй башланы. Уларҙан бандеролде йәки посылканы теләгән ваҡытта алырға мөмкин. Был яңылыҡтың уңайлылығын башлап өфөләр һынап ҡараны. Әле ҡалала ике постомат эшләй, шуларҙың береһе тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерә.
Йәйге каникул осоронда хат, гәзит-журнал ташыуға студенттарҙы, уҡыусыларҙы йәлеп итәбеҙ. Уңайҙан файҙаланып, йәштәрҙе почтальон булып эшләргә саҡырам. Дәүләт предприятиеһы булараҡ, беҙ рәсми мәшғүллекте һәм хеҙмәт ҡануниәтен тулыһынса үтәүҙе гарантиялайбыҙ.
Корреспонденцияны кис ташыу хеҙмәтен ғәмәлгә индереүҙе дауам итәбеҙ. Бөтә кимәлдәге хакимиәттәр менән почта хеҙмәте күрһәтеү өсөн биналарҙы ҡуртымға биреү хаҡында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Артабан да клиенттарыбыҙҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырышасаҡбыҙ.
Ҡала күп йәһәттән ауыл халҡы иҫәбенә арта. Был — дөйөм тенденция. Халыҡ аҙая икән, беҙҙең хеҙмәттәргә лә ихтыяж түбәнәйә, һөҙөмтәлә сығым күбәйә, эшкә ҡыҙыҡһыныу кәмей. Күрһәтелгән хеҙмәт сифатында ла был сағылыш тапмай ҡалмай. Ләкин федераль почта уларҙан бөтөнләй баш тарта алмай. Дәүләт һөҙөмтәһеҙ эшләгән ауыл бүлексәләренән килгән зыянды нисек тә булһа ҡапларға тейеш. Әлегә был мәсьәлә кәрәгенсә хәл ителмәй. Беҙ ауылдарҙа почта селтәренең юҡҡа сығыуына юл ҡуймаҫҡа, эшебеҙҙе оҫта ойошторорға тейешбеҙ.
Ошо маҡсатта әле күсмә элемтә бүлексәләрен ойошторабыҙ. Тәү сиратта улар халыҡ аҙ йәшәгән алыҫ һәм төпкөл төбәктәрҙә почта хеҙмәте күрһәтеүгә тәғәйенләнә. Бындай бүлексәләр бер нисә ауылды хеҙмәтләндерә. Әле республикала өс күсмә элемтә бүлексәһе эшләй, киләсәктә уларҙы тағы ла арттырыу күҙаллана.
— Бер нисә көн элек Дәүләт Думаһы был сессиялағы аҙаҡҡы ултырышын үткәреп, каникулға китте. Һуңғы ваҡытта әүҙем тикшерелһә лә, почта элемтәһе тураһында яңы закон ҡабул ителмәне. Һеҙҙеңсә, Рәсәй почтаһының киләсәге ниндәй?
— Былтыр почтаға туранан-тура ҡағылған бер нисә мөһим ваҡиға булды. Беренсенән, Рәсәй почтаһы дәүләттең стратегик предприятиелары иҫәбенә индерелде. Икенсенән, почта операторы илдең Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына туранан-тура буйһондоролдо. Был тармаҡты күләмле реформалау һәм яңыртыу буйынса эштең башланыуы хаҡында һөйләй. Элемтә министры Николай Никифоров ғәмәлдәге үҙгәрештәрҙең төп маҡсатын билдәләне. Ул — предприятиены һөҙөмтәле һәм рентабелле эшләгән ойошмаға әүерелдереү, селтәрҙе һәм персоналды һаҡлап ҡалыу, почта хеҙмәткәрҙәрен лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй почтаһына яңы генераль директор тәғәйенләнде. Был — һуңғы ваҡытта почта тармағында күҙәтелгән өсөнсө мөһим ваҡиға. Шул уҡ мәлдә почта элемтәһе тураһында яңы закон ҡабул итеү зарурлығы көнүҙәклеген юғалтмай. Был предприятиеға акционерҙар йәмғиәтенә әүерелеү, үрҙә әйтелгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыу, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн яңынан-яңы инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.
— Рәсәй почтаһының ҙур филиалы директоры булараҡ, һеҙ башҡа төрлө фекерҙе белдерә алмайһығыҙ, әлбиттә.
— Әйткән һүҙеңә үҙең ышанаһыңмы, тип һорарға теләйһегеҙме?
— Итәғәтлерәк итеп һорағанда — һеҙ быға әҙерме?
— Билдәле бизнес-консультант әйткәнсә, мөмкинлек менән әҙерлек осрашһа, уңыш килә. Бөгөн беҙ республикала почта инфраструктураһын камиллаштырыу йәһәтенән ҙур эш башҡарабыҙ. Был йәһәттән ҙур логистика үҙәктәрен ойоштороу бик мөһим. Улар почта аша ебәрелгән хат-хәбәрҙе сортҡа айырыу мөмкинлеген бирәсәк. Сортировкалау этабы аҙыраҡ булған һайын, тиҙлек юғарыраҡ.
Әле Өфөлә иң ҙур сортҡа айырыу үҙәге ойошторолдо. "Башҡортостан" нәшриәтендәге матбуғатты экспедициялау цехында республикалағы 800 объектҡа, шулай уҡ күрше төбәктәргә оҙатыласаҡ гәзит-журналды ентекләп бүләләр. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына ебәрелгән хат-хәбәр, матбуғат баҫмалары Белоретта эшкәртелә. Бер ай элек Бөрөлә шундай участка астыҡ. 1 июлдән хеҙмәтләндереү зонаһын тағы ла ун районға тиклем киңәйттек. Был зонаға 200-гә яҡын элемтә бүлексәһе инә.
Әлбиттә, беҙҙәге күләмде Рәсәй почтаһы Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта төҙөгән ғәйәт ҙур, автоматлаштырылған сортҡа айырыу үҙәктәре менән сағыштырып булмай. Беҙҙә почтаны эшкәрткәндә әүәлгесә ҡул хеҙмәте күберәк файҙаланыла. Шулай ҙа иң мөһиме — логистика структураһын әҙерләйбеҙ, тейешле аҡса бүленгән осраҡта уны автоматлаштырасаҡбыҙ. Һөҙөмтәлә тиҙлек тә, мөмкинлектәр ҙә артасаҡ, сифат та яҡшырасаҡ. Асылда иһә, беҙ юғалтыуҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән бушлыҡты тулыландырабыҙ.
— Бөгөн ниндәй яңы мөмкинлектәр асыла?
— Был турала әңгәмәнең башында әйткәйнем инде. "Почта тройкаһы" форумында ла ошо хаҡта һүҙ барҙы. Арауыҡтағы сауҙа баҙарын үҫтереү традицион почта хеҙмәтен киңәйтеү иҫәбенә табыш алыу мөмкинлеген бирә. Ошо рәүешле почта һөҙөмтәле предприятиеға әүереләсәк. Селтәрҙең күләмен иҫәпкә алғанда, был яҡын киләсәктә беҙҙең етди өҫтөнлөгөбөҙ була ала. Тиҫтә йыл элек бындай мөмкинлектәр юҡ ине. Ҡыҫҡаһы, республика почтаһын яңы тормошҡа әҙерләйбеҙ.
— Юғары маҡсатҡа өлгәшеүҙә уңыштар юлдаш булһын. Әйткәндәй, һөнәри байрамығыҙ алдынан почта хеҙмәткәрҙәренә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Почтальон хеҙмәте һәр заманда ла кәрәкле һәм ихтирамлы булды. Байрам көндәрендә почта тармағы хеҙмәткәрҙәренә йылы һүҙҙәр айырыуса күп әйтелә. Быйыл юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған хеҙмәткәрҙәрҙең исемдәрен атап үтергә теләйем. Улар – Красноусол элемтә бүлексәһе почтальоны Рәүилә Вәлиева, Дәүләкән почтамтындағы Шишмә цехы начальнигы Светлана Уразмәтова, Бүздәк районының Таулар ауылынан Фәриҙә Ғәликәйева, Яңауыл почтамтынан Рита Саҙрыева, Өфөнән Анна Инсафетдинова. Уларға еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәт белдерге килә. Һөнәри байрам көнөндә барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә һәм ветерандарға бәхет, һаулыҡ, яҡшы кәйеф юлдаш булһын.


Вернуться назад