120-нән ашыу милләт вәкиле йәшәгән Башҡортостаныбыҙ татыулыҡ һәм дуҫлыҡта башҡа төбәктәргә һәр ваҡыт өлгө булды. Беҙҙә милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә ҙур ыңғай тәжрибә тупланған. Шуға күрә 2011 йылды республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан итеүе бер кемде лә аптыратманы.
Бер йыл ваҡыт үтте лә китте, һәр ваҡыттағыса Яңы йыл алдынан йомғаҡ яһау осоро етте. Ошо көндәрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында “исемле” йылдың тамамланыуына арналған ҙур концерт ойошторолдо. Фойела Өфөнөң ете районы ла күргәҙмә әҙерләгәйне, һәр береһе ниндәй ҙә булһа бер милләт стилендә биҙәлде.
Байрамға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов, район хакимиәттәре башлыҡтары, предприятие һәм ойошма вәкилдәре йыйылды.
Ирек Ялалов йылға йомғаҡ яһаны, үткәрелгән саралар тураһында ентекле һөйләне.
— Бөгөн Өфөлә генә 100-ҙән ашу милләт вәкиле йәшәй. Беҙҙең урамдарҙа һәм йорттарҙа төрлө телмәр ишетелә. Байрамдар ваҡытында милли моңдарыбыҙ яңғырай. Бөтәбеҙ бер ғаилә булып баш ҡалабыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәтендә тырышабыҙ, — тине ул.
Республиканың милли сәйәсәтенә ярашлы, төбәктә йәшәүсе һәр милләт вәкиле үҙ телен, мәҙәниәтен өйрәнә ала. Баш ҡалала 12 йәкшәмбе мәктәбе эшләй, уларҙағы фольклор коллективтары әүҙемлек күрһәтә.
Мәҙәниәт өлкәһендә һәр милләт вәкилдәре үҙ сараларын ойошторҙо, әйтәйек, Наурыҙ, Масленица, Һабантуй һәм башҡа байрамдар гөрләп үтте.
Сағыу концерт баш ҡала юғары уҡыу йорттары студенттарының төрлө ансамблдәре һәм “Мираҫ”тар көсө менән әҙерләнгәйне. Йыр һәм бейеүҙәрҙә төрлө милләттәрҙең сәнғәте сағылыш тапты.
Әлфиә ӘЙҮПОВА