Пенсияның да төрлөһө бар12.07.2013
Пенсия хаҡында тәүге тапҡыр XV быуаттың икенсе яртыһында, Людовик XI батшалыҡ иткән осорҙа Париждың иҫәп палатаһы документтарында телгә алына. Унда һүҙ инглиз короле Эдуард IV-нең беренсе камергеры Уильям Гастингсҡа һәм башҡа Лондон чиновниктарына йыл һайын күсерелә барған аҡса тураһында бара. Бөгөн иһә бындай “пенсия”ны “ришүәт” тип атауҙан башҡа юл ҡалмай.

***
Хеҙмәт иткән кешеләргә тәүге рәсми дәүләт пенсияһын иһә Германия канцлеры Отто фон Бисмарк билдәләгән – был хәл 1889 йылда булған. 20 йыл үткәс, эстафетаға Бөйөк Британия, Австралия ҡушылған, ә АҠШ-та дәүләт пенсия системаһына XX быуаттың 30-сы йылдарында күскәндәр.
Рәсәйгә килгәндә, Петр I пенсия билдәләгән тәүге етәксе булараҡ тарихта ҡалған. Уға тиклемге батшалар ҡул аҫтындағыларға дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары өсөн зиннәтле тун, ер биләмәһе бүләк итһә, Петр батша махсус бойороҡ сығарған: “Элекке хәрбиҙәргә пенсия тураһында” тип аталған документ буйынса, лайыҡлыларға ғүмеренең аҙағынаса бер ҡайғыһыҙ йәшәрлек пособие билдәләнгән. Был бәхеткә, әлбиттә, офицерҙар ғына өмөт итә алған, ә 25 йыл ғүмерен ил именлеген һаҡлауға биргән ябай һалдаттарҙы тыуған ауылына оҙатыр булғандар.

***
Октябрь революцияһынан һуң большевиктар пенсия таратырға ашыҡмаған. 1918 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия инвалидтарына махсус түләү индерелгән, 1923 йылда – олоғайған большевиктарға, 1928 йылда – тау рудаһы һәм туҡыу сәнәғәте эшсәндәренә, 1937 йылда – барлыҡ ҡала эшселәренә һәм хеҙмәтсәндәренә.

***
Бөгөн донъяның күпселек илдәрендә пенсияға 65 йәштән китәләр. Европала һәм АҠШ-та был һанды киләсәктә 70-кә еткерергә ниәтләйҙәр. Япония иһә күптән ошо тәжрибәне ҡуллана – унда, ысынлап та, етенсе тиҫтәне тултырғас ҡына, эшләүҙән туҡтайҙар.
1998 йылда үҫешкән илдәрҙә пенсионерҙарҙың һаны балаларҙыҡынан артып киткән. 2050 йылға ошо уҡ хәл бөтә донъяны көтә.

***
Донъялағы иң аҙ пенсияларҙың береһе – Грузияла, ул 40 доллар самаһы (1200 һум тирәһе) тәшкил итә (Африка илдәрен иҫәпкә алмағанда). Ә иң ҙур пенсия – Данияла. Бында ололар айына 2800 доллар (84 мең һум тирәһе) алып ҡыуана.

***
Ғәҙел булмаған юл менән иң ҙур пенсия туплаған кеше тип швед Перси Барневикты атарға була. Ул инвестиция фонды рәйесе булып эшләгән осорҙа үҙенең шәхси пенсия иҫәбенә 100 миллион доллар аҡса һалған.

***
Ҡытайҙа пенсия элекке хәрбиҙәргә, полиция хеҙмәткәрҙәренә, дәүләт власы органдарында эшләгәндәргә генә тәғәйенләнә. Ҡалғандарҙы балалары ҡарарға тейеш.


Вернуться назад