Ил Президентының Федераль Йыйылышҡа ошо йылдың 13 июнендәге Мөрәжәғәтнамәһендә пенсия системаһының үтә күренмәлелеген һәм оҙайлы ваҡытҡа тигеҙлек һаҡлауын тәьмин итеүсе яңы формула эшләү төп бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнде.
Нимәне күҙ уңында тота реформа? Түләү күләме бер тигеҙ булмаясаҡ, аңлауыбыҙса, пенсия менән пенсияның ер һәм күк араһындағы кеүек айырылыуы ла ихтимал. Барыһы ла стаждың һәм эш хаҡының күләменә бәйле. Пенсия системаһы федераль бюджет трансферттарына бәйлелектән яйлап ҡотолорға тейеш. Өҫтәүенә бизнес өсөн дә көсөргәнештең артмауы мотлаҡ.
Үҙгәрештең маҡсаттары шундай: пенсияға хоҡуҡ менән эш хаҡының үҙ-ара бәйлелегенә өлгәшеү; хеҙмәт стажы оҙайлылығын һәм пенсияға сығыу срогын иҫәпләү (35 йылдан да кәм эшләмәгәндә пенсияның эш хаҡының 40 %-ҡа ҡәҙәр өлөшөн тәшкил итеүе ихтимал); иң аҙ пенсия ла пенсионерҙың йәшәү минимумынан кәм булмаҫҡа тейеш.
Өҫтөнлөклө яҡтары нимәлә? Стаждың ҙурлығына етди әһәмиәт бирелә. Эш хаҡы уртасанан юғары булғандарҙың пенсияһы ла күтәрелә. Хаҡлы ялға сығыу йәшенә етеп тә эшләүен дауам иткән өлкәндәрҙең аҡсаһы арта. Түбән эш хаҡы алған халыҡ өсөн билдәләнгән (фиксированный) түләү һаҡланыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Страховка пенсияһы индексациялана һәм уның инфляция кимәленән дә түбән булыуы мөмкин түгел.
"Һеҙҙең пенсия тупланмағыҙ ниндәй тариф буйынса формалаша?" тигән һорауға албырғап ҡалыусылар булыр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әгәр ҙә һеҙ 1967 йылғы йәки йәшерәк икәнһегеҙ, пенсияғыҙҙың тупланма өлөшөн барлыҡҡа килтереүсе тарифты үҙгәртмәгәнһегеҙ, тупланманы дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына йәки Рәсәйҙең Пенсия фондына күсермәгәнһегеҙ икән, 2014 йылдан ул 2 процент күләмендә буласаҡ. Әгәр ҙә тупланмағыҙ дәүләткә ҡарамаған пенсия фондында булһа йәки уны яңынан Рәсәйҙең Пенсия фондына күсереп өлгөргәнһегеҙ икән, 2014 йылдан пенсия тупланмаһын тулыландырыусы тарифығыҙ 6 % тәшкил итәсәк. Хәҙерге ваҡытта эш биреүселәр 1966 йылғы һәм унан да өлкәнерәк йәштәгеләрҙең пенсия тупланмаһына страховка иғәнәләрен күсермәй (тариф — 0 %).
Хеҙмәт пенсияһын иҫәпләүҙең яңы ҡағиҙәһенә ярашлы, дөйөм стажға армиялағы хеҙмәт йылдары, бала тәрбиәләү буйынса отпуск осоро индерелә. Был йылдар өсөн айырым коэффициенттар булдырыла. Эш биреүсе тарафынан Пенсия фондына күсерелеүсе страховка иғәнәләре тарифы үҙгәрешһеҙ ҡала, ул элеккесә 22 % тәшкил итәсәк.