Кеше ҡәҙере12.07.2013
Ошо көндәрҙә ғаиләбеҙ менән оло юғалтыу кисерҙек: донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ — атайыбыҙ Ахунйән Хәлитов — баҡыйлыҡҡа күсте.

Һуғыштан иҫән-имен ҡайтып, ғаилә ҡорғас, әсәйебеҙ Зифа менән ун балаға ғүмер биреп, татыу донъя көтә атайыбыҙ. Әле балаларының туғыҙы иҫән-һау, 92 йәшкә тиклем һәр беребеҙҙең ихтирамын тойоп йәшәне ул. Ғүмер буйы ауыл хужалығында алдынғы тракторсыларҙың береһе булды. Бөтә тырышлығын беҙҙе үҫтереп кеше итеүгә бирҙе. Бөгөн һәр беребеҙ айырым донъя көтә, атайыбыҙ кеүек эшһөйәрбеҙ.
Хөрмәтле кешебеҙҙе һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙаттыҡ. Туғандар ғына түгел, бөтә ауыл халҡы ҡатнашты, хатта Ейәнсуранан килгәндәр ҙә бар ине. Әммә ауылдағы иң һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән хушлашҡанда ауыл һәм район хакимиәттәре вәкилдәренең булмауы, оло ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашмауы күңелде әрнетте. Ейәнсуранан килгән хеҙмәт ветераны Рафиҡ Мөхәмәтовтың йылы һүҙҙәре йөрәккә үтеп инде, рәхмәт уға.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә элекке яугирҙәрҙе, ветерандарҙы һуңғы юлға тәрбиәләп оҙатыу һәйбәт йолаға әүерелгәндә, беҙҙә ни өсөн өлкәндәргә иғтибар юҡ? Бындай хөрмәт үлгәндәр түгел, ә тереләр өсөн мөһим бит.


Вернуться назад