Колхоз-совхоз тормошо гөрләп торған, хеҙмәт геройҙары данланған, йәш быуында тыуған еренә икһеҙ-сикһеҙ һөйөү тәрбиәләнгән совет осоро күптән артта ҡалған икән дә баһа! Уйланмай йөрөһәң генә, был тормошта артыҡ бер нәмә лә үҙгәрмәгән, үҙең дә һаман йәп-йәшһең кеүек тойола. Тик... Йәш үҫентеләр биргән тамырҙарыңа ҡараһаң, фани донъяларҙың бер урында ғына тормағанлығына инанып, берсә һөйөнөп, берсә көйөнөп тә ҡуяһың. Һөйөнөс, сөнки тормош тигәнең көндән-көн матурая, офоҡтар киңәйә бара. Көйөнөс, сөнки үткәндәрҙе, шәхси тарихыбыҙҙың иң матур, иң сағыу һәм шатлыҡлы биттәрен ҡайтанан асып, донъяуи тарихты ла кире ҡайтарып булмай. Ә бит бар ине шундай мәлдәр!..
Үткән быуаттың 70 — 80-се йылдары илебеҙҙә ауыл хужалығы иң алға киткән, күтәрелгән дәүер булыуын бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Игенселектә лә, малсылыҡта ла хеҙмәтте ойоштороуҙың коллектив, ғаилә подряды кеүек яңы алымдарын үҙләштереү, иген, мал аҙығы культураларының уңышын арттырыу өсөн өр-яңы техника һәм технологиялар ҡулланыу, иң ҙур һауымға өлгәшеү ысулдарын киң йәйелдереү, социалистик хеҙмәт ярышы еңеүселәрен, биш йыллыҡ ударниктарын асыҡлау, һөнәре буйынса иң яҡшыларҙы билдәләү, ябай хеҙмәт кешеләре араһынан Юғары Совет, шулай уҡ район, ауыл Советтары депутаттарын һайлау – быларҙың барыһы ла татлы төш кеүек кенә.
Ейәнсура районындағы данлыҡлы “Заветы Ильича” колхозының иң алдынғы һауынсыһы Рәмзиә Ҡолдәүләтованың, хәҙер инде һигеҙ ейән-ейәнсәрҙең, дүрт бүлә-бүләсәрҙең өләсәһе булған 74 йәшлек ил инәһенең, хеҙмәт биографияһында ла совет ҡоролошо тарихының нәҡ бына ошо иң матур биттәре асыҡ сағыла. Бөгөн ул ун туғыҙ йәшендә генә килен булып төшкән Үрген ауылынан китеп, Яңы Себенлелә йәшәгән ҡыҙы Розаның тәрбиәһендә көн күрә.
— Ҡыҙым менән кейәүем янына күсеп килеүемә — ете йыл. Уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ейән-ейәнсәрҙәремдең, бүлә-бүләсәрҙәремдең йән йылыһын тойоп, рәхәтлектә йәшәгәнемә шатланып бөтә алмайым. Тик бына аяҡтарым, ҡулдарым һыҙлап быуыныма төшә. Йәш саҡтағы ауыр эш касафаты инде ул, — тип Рәмзиә апай минең һорауым буйынса алдыма орден-миҙалдарын, иҫәпһеҙ-һанһыҙ почет грамоталарын сығарып һалды. – Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены... Тик мин улар менән ғорурланырға яратмайым – нәҡ шулар арҡаһында әлеге көндә һаулығымдан яҙып ултырам.
Рәмзиә апайҙың күңеле тулышты. Орден-миҙалдарын ситкә этәреп ҡуйҙы ла, йәнде әрнетеп, хәтирәләренә бирелде:
— Шул саҡтағы йәшлегем менән сәләмәтлегемде кире ҡайтарып булһа, һыйырҙарым өсөн боламыҡ тулы 14 литрлыҡ күнәктәрҙе һис кенә лә күтәреп йөрөмәҫ инем... Ул йылдарҙа һауын һыйырҙары өсөн дә, йәш малға ла фуражды шул тиклем күп бүлә торғайнылар. Һәр литр һөткә дүртәр килограмм тура килә ине. Фуражды ҡоро килеш биреп булмай малға, ҡайнар һыуға һалып болғатаһың. Әҙ генә ҡуйыраҡ итһәң, һыйырҙарҙың елене шешә, шуға күрә шыйыҡ ҡына яһарға кәрәк. Көнөнә алты тапҡыр – һәр һауындың алдынан һәм һуңынан — ашатаһың. Шул күнәктәрҙе ташый-ташый быуынһыҙ булып ҡайтып инәһең. Ә өйөңдә — береһенән-береһе ваҡ дүрт балаң, ҡураңда малың, ҡош-ҡортоң көтә. Ярай, Сафам, үҙем менән бергә эшләгәс, хәлемде аңлай торғайны, һәр йәһәттән ярҙам итергә тырышыр ине. Элек бит бала тапҡандан һуң әсәләргә өс йылғаса декрет ялы бирмәнеләр, балаңа ике-өс ай тулыуға кире эшкә саҡырттылар...
Ферма эшенән дә мәшәҡәтлерәк йәмәғәт эштәре һуң! 1973 йылда район Советына һайланылар, әллә нисә саҡырылыш рәттән депутат йөгөн тарттым. Ары БАССР Юғары Советына депутатлыҡҡа күрһәттеләр. Сессияға китер булһам, ҡыҙҙарым Роза менән Рәйсәгә көс төшөр ине. Ул йылдарҙа бит һинең кем булыуыңа, ҡайҙа эшләүеңә ҡарап торманылар — сессияға китһәм, медпунктта фельдшер булып эшләгән Лилиә Солтанбаева минең урынға һыйыр һауырға сыға. Ауыл халҡын дауаларға ла, утыҙлаған һыйырҙы һауырға ла өлгөрә торғайны. Шул Лилиә апайҙарының төп ярҙамсыларына әүерелер ине ҡыҙҙарым.
Рәмзиә апай Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын Өфөлә яҡташыбыҙ Фәйзулла Солтанов ҡулынан 1973 йылдың 6 сентябрендә алған. Ленин орденын 1976 йылдың 23 декабрендә тапшырғандар... Ветерандың һөйләгәндәрен тыңлай-тыңлай, уның миҙалдарын, башҡа наградаларын барлайым. “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, юбилей миҙалдары ла бар. Ете тапҡыр “Социалистик хеҙмәт еңеүсеһе”, ике мәртәбә “Биш йыллыҡтар ударнигы”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” булған ул. Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең миҙалдары һәм билдәләре, “СССР-ҙың халыҡ хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн” тигән өс миҙал... Рәмзиә апай хаҡлы: был тиклем награда үҙен йәлләмәй эшләүен дәлилләй бит!
— Тырышлығымды, шөкөр, онотмайҙар. Район үҙәгенән йылына бер нисә тапҡыр килеп ҡотлап китәләр. Тик бына ошондай хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәләренең бөгөнгө көндә юҡҡа сығыуы эсте бошора: Үргенгә ҡайтһам, әүәле шаулап-гөрләп торған фермабыҙҙың бағаналары ғына һерәйеп ултырыуын күреп, йөрәгем һыҙлай. Ә унда бына тигән дүрт һыйыр һарайы, үрсем алыу бүлексәһе, быҙау аҫрау, ат аҙбары бар ине. Берәй эшҡыуар тот та тергеҙеп ебәр ине лә бит... – Хеҙмәт ветеранының тағы ла күңеле тулышты. – Элекке колхоз рәйесе Бәҙри Йомалин ҡәберенән тороп ултырһа, ошо хәлде күреп йөрәге шартлап кире үлер ине... Бергә эшләгәндәрҙән хәҙер бик һирәктәр ҡалды. Ҡайтҡан саҡта ғүмере һауынсылыҡта үткән Йыһан Ҡаһарманованың хәл-әхүәлен күрмәйенсә-белмәйенсә китмәйем. Үткәндәрҙе иҫләп, бөгөнгөләрҙе барлап ултырабыҙ бер аҙ.
Рәмзиә Хөснулла ҡыҙының йәш сырайына һоҡланып, теремеклегенә ҡыуанырлыҡ. Бүләләрен тубығына алып, арҡаһынан һөйөп кинәнгәнен ҡарап, күңелгә рәхәт булып китте. Ошондай өләсәйҙәр барҙа килер быуын илебеҙҙең, үҙенең ырыуының үткәнен белеп, ололарҙы ҡәҙерләп, кеселәрҙе хөрмәтләп үҫер.