Нуриман районының Иҫке Күл ауылында беҙҙең баҫманың тоғро дуҫтары бар: Рәсимә менән Фуат Бәҙретдиновтар “Башҡортостан” гәзитен дүрт тиҫтәгә яҡын йыл алдыра. Был матур ғаиләне ауылда ғына түгел, тотош районда хөрмәт итәләр – фиҙакәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған Бәҙретдиновтар 55 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Улар биш баланы тәрбиәләп оло тормош юлына сығарған.
…Ҡасандыр яҙҙың иң ҙур байрамы – һабантуйҙа осрашып ҡауышҡан икәүҙең уртаҡ ғүмер йомғағы тик тигеҙ юлдан тәгәрәгән тип әйтһәк, яҙыҡ булыр. Йәш ҡатынға аяуһыҙ сирҙе еңә алмайынса аяҡтан йығылған иренең һауығыуын көтөргә, имсәк балаһын ҡосаҡлап, йылдар буйы күҙ йәше түгергә, бер нигә ҡарамай, донъя йөгөн үҙ иңендә тартырға тура килгән. Ҡайны-ҡәйнәһенә рәхмәт – уларҙың рухи ярҙамын тоймаһа, бәлки, өмөт осҡоно һүнгән дә булыр ине… Әйткәндәй, йәштәр Фуаттың ата-әсәһе – һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән Маһира һәм Ғилман Бәҙретдиновтар — менән бергә 31 йыл татыу ғүмер кисергән, ололарҙың ҡартлығында терәк-таяныс, йыуаныс булған.
Тормош үҙ ҡанундары буйынса алға бара. Фуат Ғилман улы оҙаҡ йылдар мәктәптә физика фәненән уҡытҡан, Рәсимә апай ауылда магазин мөдире булып эшләгән. Бер-бер артлы балалар донъяға килгән, күңелле лә, ҡатмарлы ла мәшәҡәттәр артҡан. Әммә һәр ваҡыт бер һүҙле, уртаҡ фекерле булып, мөхәббәткә генә түгел, үҙ-ара оло хөрмәткә лә таянып донъя көткән Бәҙретдиновтар өсөн тормош ығы-зығыһы һәр ваҡыт йәшәүгә йәм өҫтәгән һәм йән өргән күренеш кенә була. Кешеләр менән уртаҡ тел табып, эшен еренә еткереп, намыҫлы башҡарған Рәсимә Мәжит ҡыҙының хеҙмәтен лайыҡлы баһалайҙар – “РСФСР-ҙың сауҙа отличнигы” билдәһе, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Фуат Ғилман улы ла – Нуриман районының абруйлы уҡытыусыларының береһе, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
…Балаларының барыһы ла үҫеп, юғары белем алып, тормошта үҙ урынын табып бөттө тигәндә, Бәҙретдиновтар ғаиләһенә оло бәлә килгән – Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған улдары Флорид 19 йәшендә генә фажиғәле һәләк булған. Ҡара ҡайғы уларҙы аяҡтан йыҡһа ла, Хоҙай Тәғәлә биргән оло һынауҙы лайыҡлы үтергә, артабан йәшәргә һәм эшләргә көс табырға тырыша Бәҙретдиновтар. Тап ошо осорҙа уларҙың Аллаһы Тәғәләгә инанысы арта, Ислам тәғлимәттәре йәндәренә тыныслыҡ һәм сабырлыҡ өҫтәй. Ҡыҫҡаһы, ваҡыт һәм доғалар ғына Фуат ағай менән Рәсимә апайҙың юйылмаҫ күңел яраһы һыҙлауын бер аҙ баҫҡандай була, йәндәренә шифа өҫтәй.
55 йыл иңгә-иң терәп ғүмер юлынан атлаған Бәҙретдиновтар бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарына йыуанып йәшәй. Айраттары Өфө дәүләт авиация техник институтын тамамлағандан һуң нефть сәнәғәте тармағында эшләй, Флорида менән Азамат медицина өлкәһен һайлаған, фән кандидаттары. Төпсөктәре Руслан иһә хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. Ғаиләләре менән йыйылышып ялға ҡайтһалар, төп йортта ҡот арта, ырыҫ өҫтәлә.
Ҡәләмгә тотонор алдынан Иҫке Күлгә шылтыратып, Рәсимә апай менән телефон аша әңгәмәләшеп алдыҡ. Ул “Башҡортостан” гәзитенә апрелдә үк льготалы хаҡ менән яҙылып ҡуйыуын, күҙе насар күреүгә ҡарамаҫтан, матбуғат баҫмаларынан тыш тормошон күҙ алдына ла килтерә алмауын бәйән итте.
– Көн һайын тиерлек йортобоҙға бер ҡосаҡ гәзит-журнал килә, – ти Рәсимә Мәжит ҡыҙы. – Гәзит уҡымаһам, күңелем буш, йөрәгем тынысһыҙ, шуға күрә үҙемде ошо шатлыҡтан мәхрүм иткем килмәй. Шөкөр, пенсия түләйҙәр, ул тормош мәшәҡәттәрен теүәлләргә лә, матбуғатҡа яҙылырға ла етә.
Бәҙретдиновтарҙың күркәм ғаиләһенең ҡаҙаныштары ил кимәлендә билдәләнгән: 2011 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы ғаиләләренә тапшырыла торған “Тоғролоҡ һәм һөйөү өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән улар. Нуриман районында бындай миҙал алған берҙән-бер ғаилә булараҡ айырыуса ғорурланырға хаҡлылар. Награда 25 йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисергән, фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәткән, йәмғиәт өсөн лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләгән кешеләргә генә бирелә.
Нуриман тарафында беҙҙең гәзиттең бына ошондай тоғро, башҡаларға өлгө булырлыҡ дуҫтары бар. Уларға оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, һаулыҡ теләйек.