“Ат ҡараусы булам тигәйнем…”12.07.2013
“Ат ҡараусы булам тигәйнем…”Быйыл яҙ Рәсәйҙә халыҡтың күптәнге хыялы торошҡа ашты: “Хеҙмәт геройы” тигән почетлы исемде ҡайтарҙылар. Был ваҡиға Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының конференцияһында булды, ил Президенты Владимир Путин ҡарарын тап ошонда ишеттерҙе. Әйткәндәй, почетлы исем 1921 йылда булдырылған. 1938 йылдан, исемгә ҡушып, хеҙмәт алдынғыларына Ленин ордены, СССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы ла бирелә башлаған. 1940 йылда исемдең күкрәккә тағыла торған махсус билдәһен сығарғандар. Ә 1991 йылда Советтар Союзы менән бергә бөйөк дәүләттең награда системаһы ла тарҡалған, ошонан һуң хеҙмәт геройҙарын баһалай торған юғары исем тарихта ғына тороп ҡалған…

Уны ҡайтарыу өсөн илдең әүҙем йәмәғәтселәре, ветерандар советы ағзалары, хеҙмәт кешеләре йылдар дауамында күпме көс һалғанын аңлатып тороу кәрәкмәй. Бөгөнгө яҙмала иһә ошоға бәйле бер миҫалды ғына күрһәтергә булдыҡ. Ватансылыҡ тойғоһо менән янған, фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында дан-шөһрәт яулаған кешеләрҙең береһе, арҙаҡлы яҡташыбыҙ хаҡында һөйләмәксебеҙ. Таныш булығыҙ: Миҙхәт Хафизов, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, СССР-ҙың Почетлы нефтсе-химигы. 2005 йылдан – «Рәсәйҙең хеҙмәт ҡаһармандары» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе рәйесе урынбаҫары.
“Ат ҡараусы булам тигәйнем…”Ябай ауыл малайының нисек шундай ҙур бейеклеккә күтәрелгәнен гәзит битендә тәфсирләп һөйләрлек форсат юҡ – уның яҙмышы оло китапҡа торошло. Шулай ҙа бер кәлимә һүҙ әйтеп үтмәйенсә булмай.
Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында 1933 йылда ун балалы ҙур ғаиләлә етенсе сабый булып донъяға килгән.
– Бик ауыр заман ине. Шул тиклем баланы тәрбиәләргә, ашатырға-эсерергә кәрәк бит, шуға күрә ағай-апайҙарыма ла, үҙемә лә үҫмер ҡорона инер-инмәҫтән эшкә егелергә тура килде. Бишенсе кластан ат ҡараусы ярҙамсыһы булдым. Был һөнәр ифрат оҡшай ине. Шуға бәйле бер хәл иҫемдә ҡалған. Уҡытыусы «Киләсәктә кем булырға теләйһең?» тигән темаға инша яҙырға ҡушҡас, «Өлкән ат ҡараусы булырға хыялланам» тип яҙғаным иҫтә. Күрәһең, беҙгә етәкселек иткән ағайҙың вазифаһы бик юғары тойолғандыр инде, – тип хәтерләй уҙаман үҙенең бала сағын.
Тыуған ауылындағы мәктәпте тамамлағас, егет баш ҡалала төҙөлә башлаған Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының махсус мәктәбендә белем ала, 20 йәшенән технологик ҡорамалдар операторы ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, һөнәри баҫҡыс буйлап артабан күтәрелә: оператор ярҙамсыһынан – операторға, аҙаҡ ҡорамал начальнигы вазифаһына тиклем үҫә. Ситтән тороп Өфө нефть институтын тамамларға, бер нисә йыл сит илдә командировкала булып, эш тәжрибәһен камиллаштырырға өлгөрә. Алдынғы белгескә завод коллективы ышаныс белдерә – Миҙхәт Хафизовты 1970 йылда СССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайлайҙар. Тынғыһыҙ белгес эшләгән осоронда производствоға ҡағылышлы 200-ҙән ашыу рационализаторлыҡ тәҡдиме индергән, һәм улар ғәмәлдә ҡулланылған, ә хеҙмәт шарттарын, хәүефһеҙлек техникаһын, етештерелгән продукцияның сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер табышы белгестәр тарафынан бигерәк тә ҙур баһа алған. Миҙхәт Хафизов 44 йәшендә генә хеҙмәт кешеләренә бирелә торған иң юғары наградаға – Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә – лайыҡ булған, ә бер йылдан «СССР-ҙың почетлы нефтсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелгән. Комсомол, партия йүнәлешендәге йәмәғәт эштәрен һанап тораһы ла түгел – туған заводы яҙмышы өсөн янып йөрөгән әүҙем, булдыҡлы, ҡыйыу белгес хеҙмәттәштәре һәм етәкселәр араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанған.
Герой менән 80 йәшлек оло юбилейын билдәләгән көндәрҙә осраштыҡ. Нефтселәр биҫтәһендә – Черниковкала урынлашҡан ҡәҙимге фатирҙа Миҙхәт Хафизовтың данлы хеҙмәт юлын сағылдырған әйберҙәр бихисап: бер ҡосаҡ маҡтау ҡағыҙы, орден-миҙалдар, йылдар үҙенсәлеген һаҡлаған аҡ-ҡара төҫтәге фотоһүрәттәр. Түрҙә – Геройҙың туған заводы фонында һынландырылған портреты, ә быныһы, майлы буяу менән яҙылғаны, Миәкә районы хакимиәтенең арҙаҡлы яҡташына бүләге… Һәм ҡайҙа ҡарама – күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, сәскәләр, сәскәләр…
Өлкән ҡыҙҙары Галина ла бында икән – ялында яҡындарына юбилей мәшәҡәттәрен уртаҡлашырға килгән. – Ҡунаҡтарҙы көн һайын ҡаршылайбыҙ, – тип йылмая Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы. – Туғандарыбыҙ бихисап, дуҫтар, хеҙмәттәштәр – береһе лә онотмай, килеп хәл белеп тора.
Әйткәндәй, туған йәнле кеше ул. Һигеҙ тиҫтәне ваҡланым тип тормай, Миәкәгә аҙна-ун көн һайын ҡайтып йөрөй, яҡындарына ярҙамлаша, атай нигеҙен һыуытмай уңған уҙаман. Геройҙың ҡатыны менән танышабыҙ. Раиса Максимовна, тыумышы менән Смоленск өлкәһенән булһа ла, Ленинградта үҫкән. Шанлы йылдарҙы кисерергә, блокада үткәрергә тура килгән уға. Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы менән улар заводта осрашҡан – ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса Өфөгә эшкә ебәргәндәр. Раиса Максимовна бик ихлас, алсаҡ кеше булып сыҡты.
– Миҙхәт менән матур йәшәнек. Балаларыбыҙ ышанысыбыҙҙы аҡланы: юғары белем алды, һәр ҡайһыһы матур ғаилә ҡорҙо, яратҡан һөнәрен һайлап, бынамын итеп эшләп йөрөй. Донъям түңәрәк. Тик күңелемде ҡырған бер нәмә бар – ул да булһа, һуғыш хәтирәләре. Блокада ғазаптарын әле лә онота алмайым… Хәтеремдә, өс пароходҡа тейәп, балаларҙы ҡаланан алып сыҡтылар. Бер ваҡыт баш осонда дошман самолеттары күренде: беҙҙе утҡа тота башланылар. Капитаныбыҙ пароходты тиҙ генә ҡаялар аҫтына алып китте, ә ҡалған ике карап күҙ алдыбыҙҙа һыуға батты… Ошондай тетрәнеүҙәрҙе бер кемгә лә кисерергә яҙмаһын, донъя имен торһон, – тип Раиса Максимовна йөрәгендәге уй-тойғолары менән бүлеште, үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Һүҙебеҙгә Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы ла ҡушылды:
– Раисама рәхмәт инде, ғаиләбеҙҙең тотҡаһы бит ул. Мин көнө-төнө тиерлек эштә булғас, балаларҙы тәрбиәләне, донъя мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алды.
Балалары тигәндән, уларҙың барыһы ла Өфөлә төпләнгән. Биш ейән-ейәнсәре, бер бүләһе бар Хафизовтарҙың: «Бергә йыйылһаҡ, донъябыҙ тағы ла яҡтыраҡ», – ти Миҙхәт Ғәбдрәүеф улы менән Раиса Максимовна. Беҙҙең теләк иһә – был яҡты йорттан киләсәктә лә ҡот-бәрәкәт китмәһен.


Вернуться назад