Рамаҙан мәҙрәсәһен үтәбеҙ12.07.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһис-сәләм бер мөбәрәк хәҙисендә Исламдың биш терәге барлығы хаҡында әйткән. Улар — иман, биш тапҡыр намаҙ ҡылыу, зәҡәт биреү, Рамаҙан айында Ураҙа тотоу, хәленән килгән кешегә хаж өммәтен үтәү.
Терәктәрҙең береһе булған Ураҙа мәле — тәҡүәлек, Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәргә һәм тыйылырға өйрәнеү айы, йәғни Рамаҙан мәҙрәсәһе. "Кем дә кем Ураҙа тотоп та, насар уй-фекерҙән, һүҙҙән, эштән туҡталмай икән, Хоҙай Тәғәлә уның асығыуына мохтаж түгел", — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы — бөтөн яҡтан да тәрбиәләнеү мәле ул. Был йәһәттән иң тәүҙә телебеҙ һабаҡ ала: ялған һүҙҙән, артыҡ хәбәрҙән арына. Икенсенән, тәнебеҙ паклана, сөнки көн дауамында ашау-эсеүҙән тыйылабыҙ. Әҙәм балаһының ғүмеренең бик күп өлөшө ризыҡланыуға китә, был айырыуса хужабикәләргә ҙур йөкләмә өҫтәй. Рамаҙан айында иһә, сәхәр, ауыҙ асыу ваҡыты ғына булғанлыҡтан, башҡа ғәмәлдәргә ваҡыт күберәк ҡала. Өҫтәүенә, тән ағзаларыбыҙ ял итә.
Ураҙаның хикмәтен, әҙәм балаһының тормошо, рухи халәте өсөн ниндәй файҙа килтергәнен аңлап бөтөү ҙә мөмкин түгел. Әммә Аллаһ Тәғәлә уны фарыз иткән икән, тимәк, кешегә кәрәклеген белгән.
Быйылғы Ураҙа оҙон, эҫе көндәргә тура килде. Тәүгеләре — 19 сәғәткә яҡын, айҙың ахырында 17 сәғәт тирәһенә ҡаласаҡ.
Аллаһ Тәғәлә барлыҡ сәләмәт кешеләргә Ураҙа тоторға насип итһен. Ауырыуҙарға килгәндә иһә, берәү ҙә, ғәмәлде мотлаҡ ҡылам тип, сәләмәтлегенә зарар килтерергә тейеш түгел.
Рамаҙан айы мөбәрәк булһын, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Хоҙай Тәғәлә һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡылһын, мөбәрәк айҙа башҡарылған изге ғәмәлебеҙ ҙур сауап итеп ҡабул ҡылынһын, доғаларыбыҙ яуап алһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!