Пандусың булмаһа — штраф10.07.2013
Дүртөйлөләге фармация учреждениеларына инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһындағы ҡануниәтте боҙған өсөн штраф һалынды.

Дүртөйлө район-ара прокуратураһы хәбәр итеүенсә, “Фармленд”, “Башфармация” ойошмаларының дарыуханалары пандустар менән йыһазландырылмаған. Ошоға бәйле район-ара прокурор тарафынан административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш ҡуҙғатылған. Уны тикшереү һөҙөмтәләре буйынса арбитраж суд үрҙә билдәләнгән ойошмаларға 40-ар мең һум күләмендә штраф һалған.


Вернуться назад