Башланғыс күптәрҙе берләштерә10.07.2013
Ҡырмыҫҡалы районында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы “Шайморатов-2013” II төбәк-ара слеты үтте.
Сараға республиканың 33 районынан, шулай уҡ Удмурт, Татарстан республикаларынан һәм Силәбе өлкәһенән делегациялар йыйылды, слетта 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты ректоры, профессор Виктор Ефимов ауылда айыҡ тормоштоң өҫтөнлөктәре хаҡындағы лекция менән сығыш яһаны.
— Айыҡлыҡ идеялары бик күп кешеләрҙе берләштерә. Был һүҙгә икеләтә мәғәнә һалынған. Уның тәүгеһе эскелеккә ҡаршы йүнәлтелһә, икенсеһе айыҡ фекер йөрөтөү тигәнде аңлата. Башҡортостандағы “Айыҡ ауыл” конкурсы Рәсәй кимәлендә танылыу яуланы. 2013 йылдан ул Удмуртияла, Төмән һәм Новосибирск өлкәләрендә рәсми ойошторола. Был — бик ҡыуаныслы хәл, — тине Виктор Ефимов.
Сарала ҡатнашыусылар патриотик йырҙар кисәһе, волейбол һәм футбол буйынса ярыш ойошторҙо.
— Тирә-яҡ мөхиткә, ғаиләңә, балаларыңа, дуҫтарыңа айыҡ ҡараш — бөгөнгө сараға килеүселәр өсөн норма. Йәшермәйем, бында эскелеккә бәйле проблемалары булған кешеләр ҙә бар. Улар, ихтыяр көсөн туплап, лекцияларҙа һәм семинарҙарҙа тыңлағандарын халыҡҡа еткерергә тырыша. Айыҡ Рәсәй генә бөйөклөгөн һаҡлап ҡала аласаҡ, — ти “Айыҡ Башҡортостан” хәрәкәтенең рәйестәше Ренат Зәйнуллин.