Үрге Иҙристең данлы ҡыҙы10.07.2013
Үрге Иҙристең данлы ҡыҙы1960 йыл. Район мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы алдынғыларының сираттағы слеты бара. КПСС район комитеты секретарының төп докладынан һуң трибунаға етеҙ аҙымдар менән кәүҙәгә әллә ни ҙур булмаған, яурынына дебет шәл һалған ҡатын күтәрелде лә, шығырым тулы залға ҡыйыу ҡараш ташлап, саф башҡортса сатнатып һөйләй башланы.

— Иптәштәр, мин быйылғы юбилей йылында үҙемә беркетелгән һәр һыйырҙан өс мең килограмм һөт һауыуҙы бурыс итеп ҡуйҙым һәм башҡа һауынсы иптәштәрҙе лә юғары һауым алырға саҡырам.
Уның сығышынан һуң зал көслө алҡыштарға күмелде. Был "Ҡыҙыл Октябрь" колхозының алдынғы һауынсыларының береһе Гәүһәр Фәйзуллина ине.
Ул Үрге Иҙристә тыуып үҫеп, шул уҡ ауылдың башланғыс мәктәбендә белем ала, әммә, атаһының золомға дусар ителеүе сәбәпле, артабан уҡыу мөмкинлеге булмай. Әсәһен ҡарау һәм ҡустыларын уҡытыу маҡсатында Түбә руднигына ҡараған эзбиз карьерына эшкә китергә мәжбүр була. Сибек кенә ҡыҙға тешен ҡыҫып тигәндәй ауыр эшкә егелергә, эзбиз яндырыу өсөн карьерҙағы таштарҙы онтарға, уларҙы мейестә яндырырға тура килә. Ирҙәр башҡара торған ауыр хеҙмәттә бер йыл самаһы көс түгә. Карьерҙың ябылыуы сәбәпле бынан китеп, шул осорҙа Түбәнге Иҙрис ауылында ойошторолған һөтсөлөк фермаһына һауынсы булып урынлаша. Яңы эш алдында ул үҙен юғалып ҡалғандай тоя. Әммә Асия Таңғатарова, Асия Абдуллина апайҙары йәш, эшкә тилбер ҡыҙға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, мал менән нисек мәғәмәлә итергә, уларҙы иркәләргә, шул уҡ ваҡытта һауыу серҙәрен дә өйрәтә. Ныҡышмал, тырыш ҡыҙ яңы һөнәренә тиҙ генә ылығып китә. Тәүҙә һауыу өсөн унға яҡын тана беркетһәләр, һуңынан уларҙың һаны ике тиҫтәгә яҡынлаша. Шулай итеп, элекке эзбиз карьеры эшсеһе һауынсы булып китә һәм үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән туған колхозын ғына түгел, республиканы, илде данға күмә.
Йыл артынан йылдар уҙа. Уның исем-шәрифе йыш ҡына матбуғатта күренә, радио аша ишетелә. Тырыш хеҙмәт үҙенең тәүге емештәрен бирмәй ҡалмай. 1959 йылда ул, һәр һыйырҙан 2 895 килограмм һөт һауып алып, колхоз һауынсылары араһында үҙенсәлекле рекорд ҡуя. Тәүге хеҙмәт еңеүе менән ҡанатланған Гәүһәр тағы дәртләнеп эшкә тотона һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1962 йылда һәр һыйырҙан 3085-әр килограмм һөт һауып алып, район һауынсылары араһында беренсе урынға сыға. Уға "Башҡортостандың иң яҡшы һауынсыһы" тигән тәүге маҡтаулы исем бирелә.
Түбәнге Иҙрис фермаһы коллективы бар күрһәткестәр буйынса районда өлгөлө булып таныла. Фермала ғына түгел, тотош районда юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп килгән Гәүһәр Фәйзуллина үҙенең коллективы менән беренселәрҙән булып хеҙмәт бригадаһы ойоштора һәм уның етәксеһе итеп һайлана. 1963 йылда уға юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн "Коммунистик хеҙмәт бригадаһы" исеме бирелә. Уның тәүге ҡарлуғастары — һауынсылар Сәлимә Мөхәмәтшина, Яңылбикә Абдрахманова, Әлифә Вәлиева, Маһикамал Сыңғыҙова, Зәйтүнә Манапова, Мәрйәм Сафиуллина, мал ҡараусылар Нурмөхәмәт Дәүләтов, Ғәлимйән Латипов, Танһыҡ Исламморатов, Ғәлимйән Ишбулатов. Коллективтың уңышы районда ғына түгел, республикала, ситтә лә таныла. Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Ырымбур, Силәбе өлкәләренән делегациялар йыш килә.
Гәүһәр Фәйзуллина йыл һайын юғары уңыш яулауын дауам итә. 1964 йылда — 3 102, 1965 йылда 3 179 килограмм һөт һауып алыуға өлгәшә. Хеҙмәттәге юғары һөҙөмтәләре, коллективын алға әйҙәүгә тос өлөш индергәне өсөн Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы Фәйзуллинаға 1966 йылда "Социалистик Хеҙмәт Геройы" тигән юғары исем бирелә. Уңыштарынан ҡанатланған һауынсы, районда алдынғылыҡты үҙ ҡулынан ысҡындырмай. Ауылдаштары, райондаштары уның хеҙмәтен тағы ололап, 1967 йылда Рәсәй Юғары Советына депутат итеп һайлай.
Гәүһәр Фәйзуллина үҙен бер ваҡытта ла башҡаларҙан өҫтөн күрһәтергә тырышманы. Һәр саҡ ябай, алсаҡ, яңы ғына эшкә килгән һауынсыларға оло терәк булды. Тәжрибәһе менән ысын күңелдән уртаҡлашыр ине. Уның ихлас ярҙамы арҡаһында тиҫтәләгән һауынсы, оло тормош тәжрибәһе алып, оҫта малсы булып танылды, алдынғылар рәтенә сыҡты. Зөлхизә Аманғолова, Гөлнәзирә Үтәбаева, Клара Сәлихова, Зәйтүнә Манапова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәзифә Йосопова кеүек һауынсыларҙың уңышы — тап уның хеҙмәт емеше.
Дан өҫтөнә дан өҫтәп, арҙаҡлы һауынсыны 1974 йылда дәүләтебеҙҙең иң юғары наградаһы — Ленин ордены менән икенсе тапҡыр наградлайҙар. 1975 йылдың яҙында Мәскәүгә — колхозсылар съезына делегат итеп һайлана. Ул шулай уҡ күп тапҡыр КПСС-тың Баймаҡ район комитеты ағзаһы, район һәм ауыл Советы депутаты булды.
Район етәкселеге яҡташының данлы исемен бер ваҡытта ла онотмай. Һауынсы исемендәге приз булдырылған, һәм ул йыл һайын тапшырылып килә. Гәүһәр Фәйзуллинаның исемен мәңгеләштереү маҡсатында район үҙәгендә һәм үҙе йәшәгән Үрге Иҙрис ауылында уның исеме менән урамдар аталған. Үрге Иҙрис тулы булмаған урта мәктәбе бинаһы алдында данлы һауынсы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.


Вернуться назад