Яйыҡтар — халҡыбыҙҙың иң боронғо ҡәүеме10.07.2013
Яйыҡтарҙың тимер быуат башында Көньяҡ Уралда аҫаба халыҡ хоҡуғында йәшәгәнлеген асыҡлағандан һуң, улар тарафынан ҡалдырылған меңәрләгән археологик ҡомартҡы нигеҙендә мәҙәниәттәре менән бер аҙ танышып китеү урынлы булыр. Үҙҙәренең төрлөлөгө, байлығы һәм фәнни әһәмиәте яғынан был ҡомартҡылар донъя кимәлендә ҙур танылыу тапты.
Ошо ҡомартҡылар араһында төҙөлөшө яғынан айырыуса үҙаллы төркөмдө таш уба-ҡәберҙәр тәшкил итә. Уларҙың үҙенсәлеге шунда: Силәбе өлкәһенең көньяҡ райондарында, Башҡортостандың Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура һәм, моғайын, күрше Ырымбур өлкәһе райондарында бейеклеге менән 0,30-1 метр самаһы, 4-15 метрҙай диаметрлы таш өйөмдәре халыҡ телендә таш уба тип атала. Улар үлгән кешеләрҙең мәйете эргәләп өйөлгән. Был ҡалҡыулыҡтарҙа, ғәҙәттә, ҡара ер юҡ, шуға күрә унда ҡәбер соҡолмаған һәм үлекте ошо таш өҫтөнә һалып ерләгәндәр. Үлектәрҙең һөлдәләре эргәһендә беҙҙең эраға тиклемге V — IV быуаттарға хас уҡ-башаҡтар, бысаҡтар, баҡырҙан ҡойолған көҙгөләр, көньяҡ илдәрҙән килтерелгән быяла муйынсаҡтар һәм башҡа ҡомартҡылар табыла. Хәҙер беҙгә, ғалимдарға, билдәле булған бер нисә тиҫтә ташуба уларҙың боронғо ысынбарлыҡ һанының, минеңсә, 3-4 процентын ғына тәшкил итәлер (убаларҙың таштары төрлө төҙөлөш эштәренә алынған). Шулай булһа ла, улар бик күп, тарихи сығышы, мәҙәниәте яғынан башҡа күрше ҡомартҡыларҙан айырылып торған.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: ташуба аҫтында үлгән кешеләрҙе тимер быуат баштарында бөтә Евразия далаларында (Үҙәк Азия, Урта Азия, Яҡын һәм Урта Көнсығыш) йәшәгән халыҡтарҙа киң таралған зороастризм, йәғни Ахура Мазда аллаһы дини йолаһы буйынса ерләгәндәр. Ул йолаларҙың иң мөһиме түбәндәгенән ғибәрәт: үлгәндәрҙең мәйетен туғандары тау башына алып барып ҡуйырға тейеш булған. Үҙҙәре, 50-60 аҙымдай алыҫлыҡҡа китеп, был мәйеткә ниндәй ҡош-ҡорт, йәнлек килер икән тип ҡарап торған. Әгәр ҙә тәү башлап ҡоштар килеп төшһә, шатланғандар, хатта бүре, төлкө кеүек йыртҡыс хайуандар килеп китһә лә ҡыуанғандар. Ә инде үлеккә сысҡан ише ер аҫты йәнлектәре килһә, ҡайғырғандар. Бындай борсолоуҙың сере шунда: зороастризм диненең аңлатмаһы буйынса, ер өҫтөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре изгеләр иҫәбенә ингән, ә ер-һыу аҫтындағылар һәр ваҡыт кешегә зыян килтереүселәр иҫәбендә булған. Изге йәндәрҙең бөйөк Аллаһы Ахура Мазда Ҡояш менән сағыштырылған, ул күктең иң өҫкө ҡатламында йәшәй. Һәр тәбиғәт күренешенең үҙ бөйөк аллаһы булған, һәм улар үҙҙәренең абруйына ҡарап күктә, Ахура Мазданан түбәнерәк һауа ҡатламында урын тапҡан.
Беҙгә хәҙер аныҡ билдәле: Көньяҡ Уралда һәм эргәләш биләмәләрҙә йәшәгән ҡәбиләләрҙә урындағы иң изге аллаларҙың береһе — Яйыҡ-хан һыу аллаһы булған. Бөтә кешеләр уға табынып, ҡорбан салып, унан ярҙам һораған. Һыу көстәренең бөйөк аллаһы Яйыҡ-хан тураһында алда беҙҙең мәғлүмәттәр күп буласаҡ, был осраҡта шуны ғына әйтеп үтке килә: Яйыҡ-хан алланың исеме яйыҡтарҙың һәм Яйыҡ йылғаһы һәм уның күп ҡушымталарының атамаһы менән тура килә, һәм был оҡшашлыҡ алла Яйыҡ-хандың ошо яйыҡ исемле ҡәбиләләр араһында тыуыуына, донъя буйлап таралыуына беҙҙә — яйыҡтарҙың хәҙерге тоҡомдарында — шик булырға тейеш түгел. Шундай үҙаллы үҫешкән дини аң тыуҙыра алғандары өсөн беҙгә ғорурланырға ғына ҡала.
Уралдағы таш убаларҙа күмелгән ҡәбилә төркөмдәренең исемен хәҙергә асыҡлап булмай, ләкин бынан дүрт-биш йыл элек беҙҙең тарафтан табылған тарихи сығанаҡтағы мәғлүмәт улар тураһында фекер әйтергә мөмкинлек бирә. Ул сығанаҡтың әһәмиәте шунан тора. Таулы Алтайҙа йәшәгән алтай халҡы составында телес (башҡортса варианты төйәләҫ) исемле ҙур этник төркөм бар. Бөтә алтай халҡы тиерлек, шул иҫәптән төйәләҫтәр ҙә, үҙҙәренең боронғо ата-бабаларының Уралдан күсеп килгәнен яҡшы хәтерләй, этнографик йырҙарында йыш ҡына Уралды, Яйыҡты һағынып иҫкә ала. Был фекерҙе беҙ, башҡорттар, ысынбарлыҡ тип ҡабул итергә тейешбеҙ, бында шикләнергә бер ниндәй урын юҡ, сөнки борон Уралда йәшәгән төйәләҫтәрҙән тарихи мираҫ булып Әбйәлил, Баймаҡ биләмәләре аша ағып Яйыҡҡа ҡойған йылғаның исеме Төйәләҫ. (Карталарҙа ул урыҫса Худолаз тип яңылыш аталған). Йылғаның был исеме бик борон заманда Уралда төйәләҫтәр йәшәгән ваҡытта барлыҡҡа килгән һәм бөгөнгәсә һаҡланған. Түбәндә әйтеләсәк миҫал бигерәк иғтибарҙы үҙенә тарта. Алтайҙар Урал яйыҡтары араһында киң таралған һәм үҫешкән фольклор этнографик мәғлүмәттәрҙе бөгөнгәсә шул тиклем матур һаҡлаған, һәм уларҙағы ошо миҫалдар менән боронғо башҡорттоң дини йолаларын тулыландырып күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Ләкин был яңылыҡ әле әйткәне менән генә сикләнмәй.
СССР-ҙың ХХ быуаттағы күренекле этнографы, профессор А.П. Потапов алтай төйәләҫтәре тураһында бына ниндәй ҡыҙыҡ мәғлүмәт бирә. Уның фекеренсә, төйәләҫ исеме дөйә һүҙенән килеп сыҡҡан. Был мине ышандыра. Әгәр ҙә төйәләҫ һүҙенең сығышы шулай булһа, боронғо төйәләҫтәр Уралға алыҫ көньяҡ-дөйәләр иленән, самалап әйткәндә, Үҙәк Азия (Монголия) Урта Азия, Иран яҡтарынан күсеп килгән халыҡ булған. Юғарыла әйткәндәрҙе йомғаҡлап, бәлки, Көньяҡ Уралда тимер быуат башында таш убаларҙы ҡалдырған ҡәбилә төркөмдәренең исеме төйәләҫ булғандыр, тип әйтке килә. Таш убалар Төйәләҫ йылғаһы тирәләп таралған бит. Әлегә был фекерҙе гипотеза рәүешендә генә яҙабыҙ.
Яйыҡ убалары һәм алтыны
Яйыҡтар йәшәгән саҡта барлыҡҡа килгән убаларҙың күбеһе түңәрәк ер өйөмдәренән тора. Уларҙың диаметры уртаса — 20-120 метр, бейеклеге — 1-15 метр. Иң ҙуры Ырымбур өлкәһендә, Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең көньяҡ (дала) райондарында урынлашҡан, ә сиктәш Ҡаҙағстан далаларында уларҙың күплеге тураһында әйтеп тә тораһы юҡ — улар һанһыҙ. Археология фәнендә был убалар сармат һәм прохоровка культуралары тип йөрөтөлдө. Һуңғы исем Ырымбур өлкәһендәге Прохоровка ауылы эргәһендәге убаларҙан алынған. Уны 1970 йылдарҙа бөйөк археолог-этнограф С.И. Руденко ҡаҙып тикшергәйне. Яйыҡ убаларын тикшереүгә иң ҙур өлөш индергән археологтарҙың исемен әйтеп китеү урынлы булыр. Улар араһында — Октябрь революцияһына тиклем ҙур танылыу алған М.Р. Остовцев, ХХ быуат, СССР археологтарынан К.Ф. Смирнов, М.Г. Мошкова, Л.Т. Яблонский (Мәскәү), М.Х. Садиҡова, А.Х. Пшеничнюк (Өфө) һ.б.
Был убалар, коллектив зыярат урыны булараҡ, төҙөлөшө яғынан ҡатмарлы архитектур ҡоролма булып тора. Ғәҙәттә, һәр убаны тәүҙә абруйлы ырыу-ҡәбилә башлыҡтарының ҡәбере өсөн төҙөйҙәр, ә һуңынан уның эргәһенә, айырым ҡәберҙәрҙә уның үлгән туғандарын, яҡындарын ерләгәндәр. Ҡәбер соҡорҙары ла төрлөсә: мәйет урынлаштырыла торған иҙән 0,60-1 метр өҫтәрәк таҡталар менән ҡапланған, ә улары оҙон стеналар буйынса махсус эшләнгән киртләстәргә һалынған. Ҡәберҙең тәрәнлеге, йыһазландырылыуы һәм унда урынлаштырылған төрлө кәрәк-яраҡтың күплеге үлгән кешенең иҫән сағында туғандары араһында булған абруйына бәйләнгән: ул ни тиклем күренекле, бай етәксе булһа, шул кимәлдә уның ҡәберенә төрлө ҡиммәтле әйберҙәр (кейем, биҙәнеү, ҡорал, ашамлыҡ, шул иҫәптән ит һ.б.) һалынған.
Омск өлкәһендә табылған, яңы эраға тиклемге IV — III быуат уртаһына ҡараған бер убала бик һирәк табышҡа юлыҡҡандар. Мәйет эргәһенә еҙҙән ҡойолған 80-90 сантиметр бейеклектәге ҡаҙан, ә уның аҫтына һәм тирәләп утын киҫәктәре һалынған. Күрәһең, мәрхүмгә теге донъяла ҡаҙанға ут яғып, туҡланырға мөмкинлек булһын тип уйлағандар. Һүҙ ыңғайында түбәндәге миҫалды тулыраҡ аңлатып үтәйек. ХХ быуаттың 70-се йылдарында Алма-Атанан йыраҡ булмаған ерҙә Иссыҡ убаһы тикшерелә. Унда кейеме 4000-дән ашыу алтын тәңкә менән биҙәлгән хан дәрәжәһендәге кеше һөлдәһе табыла. Көмөш көршәктең төбөндә руна хәрефтәренә оҡшаш яҙыу була, һәм уны ҡаҙаҡ ғалимы, телсе профессор А.С. Аманжолов “Ака сиңа усак” тип уҡый. Был дөрөҫкә оҡшай, сөнки ҡәберҙә ысынлап та яғырға усаҡ әҙерләнеп ҡуйылған. Тимәк, үлектәргә теге донъяға усаҡ әҙерләп ҡуйыу дөйөм йолаға әйләнгән булыуы ихтимал.
Хәҙерге ваҡытта Яйыҡ ҡәбиләләренең иң бай һәм донъя кимәлендә ҙур танылыу яулаған Филиппов убалары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биргем килә. Был убаларҙы заманында С.И. Руденко, К.Ф. Смирнов кеүек абруйлы археологтар барып ҡараған, 1965 йылда улар эргәһендә миңә лә булырға тура килде. Ошо йылдан башлап коллегам А.Х. Пшеничнюкка: “Был убаларҙы һин ҡаҙырға тейешһең”, — тип әйтә килдем, һәм мөмкинлек тик 1987—1988 йылдарҙа ғына килеп сыҡты.
Убаларҙы тикшергән саҡта бульдозер, скреперҙар ҡулланылған. Шулай, бульдозер менән убаның ер ҡатламдарын әкрен генә тикшергән саҡта, уның уртаһында сама менән боронғо ер өҫтөнән бер метрҙай тәрәнлектә алтындан ҡойолған көршәк, алтын менән биҙәкләнгән ағас һауыттарҙың киҫәктәре табылған. Тикшергәндән һуң шул асыҡланды: был ҡиммәтле әйберҙәр алтын пластинкалар менән биҙәкләнгән ағас һандыҡҡа һалынған булған. Ҡаҙыныу эштәре дауам иткән, һәм көтмәгәндә ошо уҡ тәрәнлектә алтын-көмөш әйберҙәр һалынған икенсе һандыҡ табылған. Ҡәберҙе заманында бер нисә тапҡыр талағандар.
Меңдән ашыу табыштың иң мөһимдәре менән таныштырмаҡсымын. Улар араһында иң ҡиммәтлеләре иҫәбенә, әлбиттә, бейеклеге 50, оҙонлоғо 25-30 сантиметр булған алтын болан фигуралары. Уларҙың бөтәһе лә ағастан эшләнгән, ә тыштан саф алтын пластинкалар менән ҡоршалған. Боландар ике вариантта: беренсеһендә мөгөҙҙәр кәүҙәгә арҡыры, икенсеһендә буй эшләнгән. Алтын пластинкаларҙың составы геохимик юл менән тикшерелде, һәм ул көтөлмәгән яңылыҡ бирҙе: болан Урал алтынынан ҡойолған. Тимәк, улар урал-яйыҡ оҫталары тарафынан эшләнелгән булып сыға. Ошо уҡ исемлеккә ағас сеүәтәләрҙе лә индерергә кәрәк. Был сеүәтәләр төрлө хайуан (айыу), ҡош-ҡорт һүрәттәренә оҡшатып ҡойолған, алтын тәңкәләр менән биҙәлгән.
(Дауамы. Башы 128-се, 130-сы һандарҙа)