Ҡотлайбыҙ!10.07.2013
Йәйҙең емеш-еләге бешкән мул осорҙа бәрәкәтле еребеҙгә халҡыбыҙҙың тағы бер баһадир азаматы ауаз һалды — хеҙмәттәшебеҙ Нурзиә менән уның тормош иптәше Рөстәм Хәсәновтарҙың ғаиләһендә улдары Нурсолтан донъяға тыуҙы.
Сабый төклө аяғы, үҙ ырыҫы менән килһен, көндән-көн ҡото артһын, ата-әсәһенең ғүмерен бәҫле итһен. Донъялағы иң яҡын кешеләренең ҡосағында һау-сәләмәт, ғәмһеҙ ҡолонсаҡ булып, тормош миҙгеленең иң гүзәл сағын бәхетле үткәрһен.
Тәүге балаларын ҡулға алыу шатлығын кисергән ата-әсәгә лә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, һөйөнөстәрен уртаҡлашабыҙ, мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ!


Вернуться назад