Сыҙамлылыҡ, сафлыҡ, изгелек айы09.07.2013
Изге Рамаҙан айы алдынан үткәрелгән матбуғат конференцияһында Ураҙала башҡарылаһы ғәмәлдәр, төбәктә дин йүнәлешендә тормошҡа ашырылған саралар хаҡында һүҙ барҙы, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты эшмәкәрлегенә байҡау яһалды.

— Мосолман һәр ваҡыт тыныслыҡҡа, милләт-ара татыулыҡҡа, тормоштоң именлеген тәьмин итеүгә ынтылған, — тине мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. — Ураҙа — ошо ҡиммәттәрҙең әһәмиәтенә тағы ла нығыраҡ төшөнөр мәл. Унда әҙәм балаһы бар яҡлап таҙарына, тормошондағы һәр минуттың ҡәҙерен белергә, ҡаршылыҡтарҙы сабыр аҡыл, ихтыяр көсө менән еңеп сығырға өйрәнә, ярҙамлашып, берҙәм йәшәүҙең баһаһына нығыраҡ инана.
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков республикабыҙҙың халыҡ-ара татыулыҡ, толерантлыҡ йәһәтенән өлгө булып тороуын, дәүләт менән дини конфессиялар араһындағы бәйләнештең тотороҡлолоғон, мәсеттәрҙең, сиркәүҙәрҙең йылдан-йыл артыуын билдәләне.
Конференцияла шулай уҡ Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты башланғысы менән ойошторолған мәҙәни, тәрбиәүи, спорт саралары, имамдарҙы уҡытыу, китаптар сығарыу һәм алда торған бурыстар хаҡында бәйән ителде.


Вернуться назад