Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!09.07.2013
Изге ғәмәлдәргә — ҙур сауап

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Бөгөн изге Рамаҙан айына аяҡ баҫабыҙ. Ошо айҡанлы ихлас тәбрикләп, Аллаһ Тәғәләнең барыбыҙға ла донъя именлеге, ғаиләбеҙҙә, эшебеҙҙә бәрәкәт, тән һәм йән таҙалығы, иман насип итеүен теләйем.
“Һәр нәмәнең паклаусыһы бар, ә тәнде сафлаусы — Ураҙа”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Изге Рамаҙан айында тәнебеҙҙең ағзаларын ял иттереп кенә ҡалмай, телебеҙҙе фәҡәт яҡшы һүҙгә борайыҡ, тик изгелек күрергә һәм эшләргә тырышайыҡ, тормошто, ғаилә ҡиммәттәрен, милләт-ара татыулыҡты баһаларға өйрәнәйек.
Хоҙай Тәғәлә мөбәрәк айҙа башҡарған һәр изге ғәмәлебеҙҙе ҙур сауап итеп ҡабул ҡылһын, доғаларыбыҙ яуап алһын. Шулай икән, иншаллаһ, күңелебеҙ сафланыр, тормошобоҙға бәрәкәт килер, донъябыҙ имен торор.
Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!


Вернуться назад