Мохтаждарға — ярҙам09.07.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Тормош ауырлыҡтарына тарыған граждандарға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә бушлай юридик ярҙам күрһәтеү тураһындағы ҡарарҙарҙы ҡабул итеү тәртибен раҫлау хаҡында”ғы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Документта кемдең һәм ниндәй осраҡта бушлай юридик ярҙамға иҫәп тота алыуы, ниндәй документтар талап ителеүе, уларҙы тәҡдим итеү урыны, юридик ярҙам күрһәтеүҙән баш тартыу нигеҙҙәре асыҡлана. Башҡортостандағы хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында документ менән ентеклерәк танышырға мөмкин.


Вернуться назад