"Гаишник" булыу еңелме?09.07.2013
"Гаишник" булыу еңелме?Уларға ҡарашым ҡырҡа үҙгәрҙе...
Иң мөһиме — ғәҙеллек!
Көндәрҙән бер көндө ЮХХДИ-нан үҙемә "гаишник" булып ҡарарға тәҡдим иткәстәр, аптырабыраҡ ҡалдым. Ҡулдан килерме? Автоһәүәҫкәрҙәр быны нисек ҡабул итер? Дежур итеү төнгә тура килә, йоҡоһоҙ түҙеп булырмы? Һорауҙар күп булһа ла, ҡыҙыҡһыныу үҙенекен итте. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: бер көнгә, дөрөҫөрәге, төнгә үҙем "гаишник"ка әйләндем. Был көндә Башҡортостанда эскән водителдәрҙе тотҡарлау буйынса акция ойошторолдо. Шуныһын әйтергә кәрәк: махсус рейд хаҡында алдан уҡ хәбәр ителде, һәм автоһәүәҫкәрҙәр уның тураһында белә ине. Беҙҙе, "өр-яңы гаишниктарҙы", Өфөнөң Юл-патруль хеҙмәте полкынан эшкә ебәрҙеләр. Инспекторҙарҙы теҙеп ҡуйҙылар, әйтерһең, хәрбиҙәр. Был, аңлатыуҙарынса, развод тип атала икән. Республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙе килеп, уңыш теләне.
— Иң мөһиме — ғәҙеллек һәм иплелек. Һәр кем менән итәғәтле мөнәсәбәттә булығыҙ, — тип оҙатып ҡалды ул.
Был көндә баш ҡала һәм республика юлдарына 300-гә яҡын машина сыҡты. Рейдта ҡатнашырға тип килгән журналистар ҙа байтаҡ ине, уларҙы машиналарға — инспекторҙар янына ултыртып ебәрә торҙолар.
Миңә килгәндә, иң "текә" машинаға эләктем, ахырыһы. "BMW" маркаһының бишенсе моделе ине ул. Аптырауҙан асҡан ауыҙымды ла ябырға онотоп, кабинаһына индем. Минең менән бергә өс инспектор — Риф, Артур һәм Артем атлы егеттәр — ултырҙы.
— Беҙҙең "гаишниктар"ҙы ҡайһылай хөрмәт итәләр, хәтәр шәп машина биреп ҡуйғандар, — тим, һаман ғәжәпләнеүемде йәшерә алмай.
— Ә бындай машина беҙҙең кеүек иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә генә эләгә ул, — тине егеттәр, көлөшөп.
Ысынбарлыҡта иһә, әлеге "BMW" ҡасандыр президентты оҙатып йөрөгән машиналарҙың береһе булған. Аҙаҡ уны ЮХХДИ идаралығына тапшырғандар. Һәм, күрәһең, ысынлап та уны иң шәптәргә генә бирәләрҙер, тип ҡуйҙым. Һәр хәлдә үҙемде бик уңайлы тойҙом. Артта урын киң, рәхәтләнеп ултырырға була.
Алдан уҡ киҫәттеләр: патруль киске сәғәт алтынан таңғы бишкә тиклем дауам итә. Һе, йома көн, иртәнән алып редакцияла эшлә лә, тағы төнө буйы ҡала урамдарында йөрөргә тура килерме ни? Моғайын, егеттәр алдағы бер-ике көндә йоҡоларын туйҙырып сыҡҡандыр, ә миңә ял юҡ бит! Йоҡо килә башлау менән ҡайтып китермен, тип уйлап ҡуйҙым эстән генә. Әйткәндәй, аҙаҡ хаталаныуым асыҡланды: егеттәр ҙә иртәнсәктән эштә икән.

Бер кемгә лә өҫтөнлөк юҡ

Киске сәғәт ете тирәһе. Өфөлә был ваҡыт өсөн ғәҙәти тығындар. Эштән өйөнә ҡайтыусылар етмәгән, йома булғас, баш ҡаланан райондарға юлланыусылар ҙа бихисап. Яйлап ҡына төп ағым менән киләбеҙ ҙә туҡтап ултырабыҙ. Йән көйә башланы, "мигалка"лы машинала махсус кейемле инспекторҙар менән кил дә, бөтә "ябай" кеше кеүек тығында ултыр, имеш... Сигналды тоҡандырып, ҡысҡыртып үтеп китеп булмаймы икән? Беҙ бит уйнарға түгел, эшләргә китеп барабыҙ! Бының өсөн вәкәләттәре лә бар, минеңсә. Юҡ әй, беҙ торасаҡ Чернышевский урамына тиклем башҡалар менән бер тиҙлектә, яйлап килеп еттек. Күрәһең, ярамайҙыр...
Төндә лә эшләйәсәгемде алдан белгәнлектән, йылы ғына кейенгәйнем, әммә юл буйында артыҡ хәрәкәтһеҙ ярты сәғәт самаһы тороу менән өшөтә башланы. Ҡараңғы төшөүгә ел көсәйеп, ямғыр яуа башлағас, тағы ла һыуытҡас, түҙмәнем, йылы машина эсенә инеп ултыра һалдым. Егеттәр ҙә хәлемә инде. "Башҡа сығып йонсома, барыбер тәртип боҙоусыларҙы машинаға индерәбеҙ бит", — тинеләр.
Бер туҡтауһыҙ һөйләп торған рацияны тыңлай башланым. Тегендә лә һәләкәт, бында ла авария... Рация аша иң яҡын постарҙы юл-транспорт ваҡиғаларын теркәргә саҡыралар. Үәт, йөрөй белмәй халыҡ! Баш ҡалала көнөнә йөҙләп, ә һауа шарттары насар булғанда хатта 200-300 авария теркәлә тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең. Бынан тыш, башҡа мөһим хәбәрҙе лә рация аша еткерәләр булып сыҡты. Беҙҙең машина торған урамға яҡын ғына ерҙә бер егет, фатирға инеп, хужабикәне талаған, телефоны менән сумкаһын алып киткән. Енәйәтсенең төҫ-ҡиәфәтен, нимә кейеүен әйттеләр. "Был полиция хеҙмәткәрҙәренең эше түгелме икән?" — тип уйлап та өлгөрмәнем, машинаға ингән Артем аңлатма бирә һалды.
— Беҙ бөтәбеҙ ҙә — эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре бит. Ул енәйәтсене урам буйында күреп ҡалһаҡ, әлбиттә, танау бороп ултырмаясаҡбыҙ. Тотоп, полиция участкаһына алып барырға тейешбеҙ, — тине ул.
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ авария, талау осраҡтары тураһында хәбәр килә лә килә. Ике машинаны урлағандар, тип әйттеләр. Бер урында тәҙрәһен ватып алып киткәндәр, икенсеһендә өйҙәш ир, ҡатындан асҡысын һорап тороп, машинаһы менән юғалған. Ыҙғыш сыҡҡандыр инде, моғайын, араларында... Ҡараңғы төшә башлағас, Черниковкала йәшәгән IV класс уҡыусыһының юғалыуы тураһында хәбәр иттеләр. Ул төштән һуң өйөнән сығып киткән дә ҡайтмаған. Малайҙың олағыуына бер сәғәт самаһы ваҡыт үткән. Беҙҙә полиция эшләмәй, юғалған кешене өс көн үтмәйенсә эҙләмәй, тип уларҙы әрләргә яраталар. Минең иһә ҡараш үҙгәрҙе. Шунда уҡ бөтә ҡалаға ориентировка таратҡандар, баланы эҙләүгә бөтә көстәрен һалғандар бит. Хәлдең ни менән бөткәнен генә белә алманым. Тапҡандарҙыр, сөнки аҙаҡ ундай-бындай алама хәбәр ишетелмәне.
Эйе, ҡалабыҙ үҙ көйө менән йәшәй. Машинала бер нисә сәғәт рация тыңлап ултырып ҡына ла был тормоштоң бөтөнләй икенсе, башҡаларҙың күҙенә салынмаған, күпселеккә ят тойолған хәүефле яғы менән саҡ ҡына булһа ла “осраштым”.

"Ҡатыным ауырлы..."

Күп тә үтмәй, машинаға тәртип боҙғандарҙы берәм-берәм индерә башланылар. Маҡсатыбыҙ эскелеккә ҡаршы көрәш булһа ла, поста торған хеҙмәткәрҙәр башҡа хилафлыҡтарға ла күҙ йомоп ҡарай алманы, әлбиттә. Тәүге ир хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған булып сыҡты. Уның үҙен йәмһеҙ тотоуы оҡшаманы. Тәүҙә "ебәрегеҙ ҙә ҡуйығыҙ инде, ҡабаланам" тип һорап ҡараны, аҙаҡ хәлен һөйләп бирҙе. Имеш, ул бик абруйлы кешене йөрөтә, биш минутҡа ғына тип, үҙ эше буйынса сығып киткән дә килеп ҡапҡан. Әле уҫал начальнигы телефон аша саҡырта. Быны аңлатҡандан һуң да ебәрергә теләмәгәстәр, насар һүҙҙәр әйтеп әрләшә башланы. Протокол төҙөп ултырған Артем, екереүсегә иғтибар итмәҫкә тырышып, үҙ эшен башҡара. Улар бындай мөнәсәбәткә өйрәнеп тә бөткәндер шул.
Беҙҙең машина торған урын "Галерея Арт" сауҙа һәм күңел асыу үҙәге янында ине. Уның ишеге янында ғына светофор һәм йәйәүлеләр өсөн "зебра" бар. Күңел асырға килгән халыҡ, айырыуса йәштәр, башҡаларҙы уйламай — машинаһын шул "зебра"ла ташлай ҙа китә. Һөҙөмтәлә башҡа машиналар үтә алмай тығыла, йәйәүлеләр йә тегенән, йә бынан бысраҡ машиналарға ышҡыла-ышҡыла уҙырға мәжбүр. Ә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, автомобилде йәйәүлеләр үткәүеле өҫтөндә йәки уға тиклем 5 метрҙан кәм алыҫлыҡта ҡалдырғандар өсөн арыу ғына штраф ҡаралған. Шул тирәлә күпләп "гаишниктар" йөрөгәнен күрә тороп та ҡағиҙәне һанға һуҡмаусылар аптыратты. Шулай ҙа тәртип боҙған һәр кешене берәм-берәм тотоп, штраф һала башлағас, "тимер ат"ын ҡайҙа етте шунда ҡалдырып китеүселәр һирәгәйҙе.
Һәр береһен машинаға индереп ултырталар ҙа протокол төҙөйҙәр. Ғәйеплеләр шул арала инспектор менән һөйләшеп ала. Мин артта шым ғына тыңлап ултырам. Шуныһы ҡыҙыҡ: барыһы ла кабинаға инеү менән аҡлана башлай. Быны, әлбиттә, талап итеүсе юҡ. Шунан кемдер әрләшә, кемдер үпкәләй ҙә һөйләшмәй, ә бәғзеләр башҡа ҡағиҙә боҙмаҫҡа һүҙ биреп сығып китә. Бер нәмәгә иғтибар иттем: ҡағиҙә боҙған ҡатын-ҡыҙҙың бөтәһе лә тиерлек "йөклө" икән. Әлбиттә, бер кемдең дә эсе күренмәй, кейәүҙә булыуҙарын дәлилләгән туй балдаҡтары ла юҡ. Күрәһең, ошо юл менән улар үҙҙәрен йәлләтмәксе. Артем әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе штраф янау менән "ауырлы"ға әйләнә лә китә. Әйткәндәй, был алымды ир-ат та оҫта ғына файҙалана. Уларҙың күбеһе йә "ауырлы ҡатынын алырға тип килгән", йә "ул машинала көтөп ултыра".
Төнгө икеләргә тиклем ошо үткәүелдә мәж килдек. Бик күп штраф һалынды. Әммә шуныһы ғәжәп: бер кем дә ришүәт тәҡдим итмәне. Быны, бәлки, "машинала журналист ултырғас, ҡыймағандарҙыр" тип уйлаусылар ҙа булыр. Тик, дөрөҫөн генә әйткәндә, уларҙың күбеһе минең барлыҡты һиҙмәне лә. Тағы шуныһын иҫкә төшөрәйек: ЮХХДИ-ның һәр машинаһында хәҙер видеотеркәү бар, ул машиналағы хәрәкәттәрҙе, һөйләшеүҙәрҙе даими яҙҙырып тора.
Ваҡытын тура килтереп, егеттәрҙән һорамай булдыра алманым: "Ришүәтте йыш тәҡдим итәләрме?" "Сер түгел, тәҡдим итеүселәр бар, — тине егеттәр. — Тик беҙ уны алмайбыҙ".
— Эште юғалтҡы килмәй. Ояты ла ни тора! — тине Артур.
— Беҙҙең хеҙмәттә эш хаҡы ҙур бит хәҙер. Документ араһына 100-300 һум аҡса һалып биргән водителдәр бар, уларға көлөмһөрәп ҡарайбыҙ. Инспекторҙарҙа аҡсаға мохтажлыҡ юҡ, — тип өҫтәне Артем.
Ваҡыт үткәне һиҙелмәй. Беҙҙең төп маҡсат — иҫеректәрҙе тотоу, ә улар бер ҙә осрамай бит әле. Инспекторҙар әйтеүенсә, әлеге урын был йәһәттән бик уңышлы түгел. Ҡырын тейәргә яратыусылар күберәк төнгө клубтар, тәүлек әйләнәһенә эшләгән кафелар тирәһендә урала. Тәжрибәлерәктәре ҡаланың ситенән, ҡараңғы һәм кеше бик йөрөмәгән урамдар аша ҡайта. Ә беҙ үҙәк урамдарҙың береһендә торабыҙ, бында кешеләр үтә "мәҙәниәтле". Төнгө өстәр тирәһендә, был урындан китеп, ҡала буйлап йөрөргә сыҡтыҡ. Ваҡыттың һуң булыуына ҡарамаҫтан, Өфөнөң үҙәк урамдарында автомобилдәр мыжғып тора. Үҙебеҙҙең райондан ситкә китмәй генә тирә-яҡты урайбыҙ, юлдан тура ғына бармаған машиналарҙы туҡтатабыҙ.

Мажаралы киноң ары торһон


Артта шаяртып ултырам:
— Их, егеттәр, төнө буйына йөрөйөм, ә бер "ҡыҙыҡ" ваҡиға ла булманы. Ҡыуышыу, пистәлиттән атышыу күренештәрен күҙ алдыма килтергәйнем дә, булманы һеҙҙең менән.
— Әлбиттә, эшебеҙ тыныс түгел, шулай ҙа төрлө хәлдәр осрай. Ҡыуышырға ла тура килә, — тине егеттәр.
Бирәм тигән ҡолона — сығарып ҡуйған юлына, тиҙәрме әле? Минең менән дә шулай килеп сыҡты бит, әй. Ҡала буйлап тегеләй-былай үтә башлағас, рация аша хәүефле белдереү ишетелде. Бер иҫеректе "Opel Astra" машинаһында туҡтатҡандар, әммә инспектор уның документын алып өлгөрмәгән — теге газға баҫҡан. Тәүҙә артынан бер машина киткән, әммә, тотоп булмағас, ярҙамға икенселәрен дә саҡыралар. Беҙ быға тәүҙә бик иғтибар итмәнек, ни өсөн тигәндә, Ленин урамында йөрөйбөҙ, ә ваҡиғалар Ырымбур — Өфө трассаһында бара. Шулай ҙа егеттәрҙең иғтибар менән тыңлағанын һиҙҙем. Аңлауымса, ҡыуырға ике-өс машина китте һәм улар бер-береһенә “теге”нең ҡайҙалығын рация аша хәбәр итеп кенә тора.
Шулай былар Дим биҫтәһенә юлланды, минут һайын ҡасҡындың ҡайҙа барыуы хаҡында мәғлүмәт яңғырай. Тиҙлектәре — сәғәтенә 200 километрҙан ашыу. Димде күп тигәндә 10-15 минут эсендә урап сыҡты былар! Минең менән ултырған егеттәр рацияны тағы ла иғтибарлыраҡ тыңлай башланы, сөнки инде ярты сәғәттән ашыу тота алмайҙар, ярҙам һорайҙар. Янда икенсе экипаждан Олег исемле оло йәштәге инспектор бар ине. Ул шунда уҡ: "Ҡасҡын Димде урап сығып, тағы ла ҡалаға инәсәк", — тине. Ни өсөн тигәндә, трассала ҡасып ҡотолоу өсөн бәләкәй машинаның ҡеүәте етмәйәсәк, ә ҡала урамдарында, ихаталар араһында юғалыу мөмкинлегенә килгәндә, "Опель" уғата уңайлы.
Ҡасыусының ысынлап та Димде урап сығыуын аңлап ҡалғас, ҙур тиҙлектә биҫтәнән ҡалаға сыға торған юлға ҡыуҙыҡ. "Мәктәп" туҡталышынан йыраҡ түгел урында туҡтап, көтә башланыҡ: трасса буйлап Стәрлетамаҡ яғына еләсәкме, әллә кире ҡалаға инеп китерме? Көсөргәнеш артҡандан-арта. Рациянан әйтеүҙәренсә, енәйәтсе бына-бына беҙ ултырған ергә килеп сығасаҡ. Йөрәк шашып тибә башланы: "Ни булыр?" Сәғәт төнгө дүртенсе, машиналар һирәк кенә булһа ла һаман йөрөй. Ни генә тиһәң дә, хәүеф бар. Шул саҡ, төнгө тынлыҡты ярып, юлдан ен кеүек ҡыуған "Опель" күренде. Бөтәбеҙ ҙә (машинала минән тыш өс инспектор) атылырға торған уҡтай алға “осошҡа” әҙерләндек, рулдәге Артем газға баҫып-баҫып ала.
Машина бысраҡ, номерҙарын күреү түгел, хатта төҫөн дә айырып булмай. Ул Стәрлетамаҡ яғына китмәне, ә күпер аша күтәрелеп, ҡалаға сығырға булды. Йыраҡтараҡ полиция машинаһының килгәне ишетелде, беҙҙең артта ла бер-ике "мигалка"лы автомобиль бар ине. “Баш”тағы уттарҙы тоҡандырып, машинаны ҡысҡыртып, бының артынан елдек. Салауат Юлаев проспекты буйлап ҡыуабыҙ ғына. Иң тәүге машина — беҙҙеке, артта тағы бер нисә экипаж. "БМW" бик ҡеүәтле: тәүҙә арттараҡ ҡалһаҡ та, ҡасҡынды тиҙ үк ҡыуып етә башланыҡ. Янымда ултырған Олег кобураһынан пистолетын килтереп сығарҙы ла уны ҡорорға кереште. Хәлдең ни тиклем етдилеген шунда ғына аңлай башланым. Баштан йөҙ төрлө уй үтә: тимәк, атасаҡ. Ҙур тиҙлектә барғанда тәгәрмәсен пуля тишһә, ул машина ни эшләр? Яҡынайғандан-яҡынаябыҙ, килеп бәрелмәһә ярар ине! Мин әле йәш, мәғәнәһеҙ һәләк булғы килмәй...
Был ваҡыт Олег арттағы тәҙрәне тулыһынса асты ла, ярты кәүҙәһе менән тышҡа сығып, ҡоралын тоҫҡай башланы. Әммә юлға һирәк кенә булһа ла башҡа машиналар килеп сыҡҡанлыҡтан атыуы хәүефле — пуляның бер зыянһыҙ кешегә тейеүе ихтимал. Мин шөрләй башланым. Күҙ алдына килтерегеҙ: тиҙлек — сәғәтенә 240 километрҙан ашыу! Арттағы тәҙрәне асҡас, машина хәтәр итеп шаулай башланы, һәм ярты кәүҙәһе менән тышҡа һонолған ир пистолет тоҫҡай. Ҡасҡын да алйот түгел, күрәһең, трассала бик тиҙ ҡыуып етәсәктәрен аңланы. Ул проспекттан барған еренән ҡапыл ғына Сун-Ят-Сен урамына боролдо. Иң ҡурҡынысы ошонда башланды. Юл тар, үргә ынтылырға кәрәк. Өҫтәүенә, ямғыр ҡамасаулай. Урамда машиналар иҫ китмәле тәрән колея яһап бөткән. Ҙур тиҙлектә барғанда ҡайҙа инде уны ҡарау?! Иң алда енәйәтсе елә, артынан — беҙ, шунан тағы — дүрт-биш ЮХХДИ машинаһы. Бөтәһе лә геүләй, "мигалка"лары яна. Рация аша һаман хәбәр алышыу дауам итә, хәҙер был һөйләшеүгә Артем да ҡушылды. Егеттәр енәйәтсенең ҡайҙа боролоуын әйтеп бара. Олег тағы ҡоралына йәбеште. Тик тегене бында тотоу бөтөнләй мөмкин түгел ине. Тар юлда уны урап уҙып булмай, икенсенән, баяғы батҡаҡлы колея беҙҙең машинаны иҫ китмәле итеп “болғай” башланы. Бөтә көсөмә ишек тотҡаһына йәбештем дә шымдым. Аңлайым: былай ҙа көсөргәнешле мәлдә егеттәр алдында ҡурҡыуҙы белдерергә, сәрелдәргә ярамай, ғөмүмән, ҡамасауламаҫҡа тырышам. Бик “мах” бирге лә килмәй: мин бит журналист, ни өсөн ҡурҡып торорға тейешмен?!
Шул саҡ теге траншея үҙенекен итте: ҙур тиҙлектә килгән машинабыҙ әйләнеп китеп юлға арҡыры ултырҙы. Ярай әле Артем тәжрибәле водитель булып сыҡты, үҙен тиҙ генә ҡулға алды: боролдо ла артабан киттек. "Опель" бер мәлгә генә Менделеев урамына килеп сыҡты ла әллә ниндәй таныш булмаған урамдарға инеп китте һәм... шул тирәләге ихаталарҙың береһендә күҙҙән юғалды. Артынан киттек-китеүен, тик ул хәйләкәрерәк ине, күрәһең. Һыуға төшкәндәй ғәйеп булды. Бына һиңә мә! Тегеләй боролһаң да, былай ҡараһаң да, бер иш бейек йорттар. Ә өҫтө-өҫтөнә тиерлек ташлап кителгән машиналар янынан үтеү мөмкин түгел. Юғалттыҡ тегене. Ихаталар араһында күпме генә уралып йөрөһәк тә, табып булманы. Артыбыҙҙан ҡыуып килгән машиналар ҙа таралып китеп эҙләне. Теге иһә машинаһын ҡалдырып ҡасҡандыр, тигән фекергә килде инспекторҙар.
Ҡыуышыу бөткәндән һуң тағы бер сәғәт самаһы шуның тураһында һөйләштек. Егеттәр тотоп булмағанға көрһөнөштө, уларҙа малайҙарса ҡомар уянғайны. Ә мин шуны аңланым: бер ҙә еңел түгел инспекторҙарҙың эше. Баҡтиһәң, әгәр ошо операция барышында машина менән бер-бер хәл була ҡалһа, инспекторҙар уны үҙ аҡсаһына йүнәттерергә тейеш икән...
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, рациянан яңы хәбәр таралды: теге "Опель"дең хужаһын тотҡандар, ахырыһы. Хәҙер уны тәүге булып туҡтатҡан инспекторҙың тиҙ генә килеп етеүен һорайҙар, ул енәйәтсене танырға тейеш. Ҡыҙыҡ өсөн беҙ ҙә шунда киттек: "ҡыйыу" егеттең күҙҙәренә ҡарағы килә ине. Барып төштөк, күҙ алдыбыҙҙа ендәй ҡыуыусы түгел, ә бахыр ғына ҡиәфәтле ир тора. Үҙенең ғәйебен танымай, шул уҡ ваҡытта ҡалтыраныуы, үҙен көсөргәнешле тотоуы күҙгә салына. Кеҫәһе тулы әллә ниндәй дарыуҙар булыуын күреп ҡалдым. Әммә егет бер ҙә ауырыған кешегә оҡшамаған. Эштең ни менән бөткәнен көтөп тормай, артабан баш ҡала урамдарын гиҙергә киттек.

Иҫеректәр, һеҙ ҡайҙа?


Таң ата башланы, ә беҙ һаман бер иҫеректе лә тота алманыҡ. Бер яҡтан, был, әлбиттә, шатландыра. Тимәк, баш ҡала урамдарында эскән водителдәр юҡ! Бәлки акция хаҡында автоһәүәҫкәрҙәрҙе алдан уҡ киҫәткәнгәлер. Күптәр рейд барғанын белә. Икенсе яҡтан, беҙҙең өсөн был бик шәп түгел, ни өсөн тигәндә, егеттәр төн сыҡҡансы бер генә булһа ла эскән кешене тоторға тейеш икән. Яҙылмаған ҡағиҙәне үтәмәһәң, иртәгә лә төнгә эшкә сығырға кәрәк буласаҡ! Шуға күрә бөтә көстө һалып, һалмыш водителдәрҙе эҙләй башланыҡ.
Төнгө дүрттә урам буйында йөрөүселәрҙең күпселеге күңел асыусылар икәнлеге аңлашыла. Һәр машинала тиерлек йәштәр. Пассажирҙарҙың бөтәһе лә тиерлек эскән, ә рулдәге кеше айныҡ. Төнгө водителдәр араһында ҡатын-ҡыҙ бик күп. Быныһы ла аңлашыла: иҫерек ирҙәрен алып ҡайтырға кәрәк тә баһа. Ваҡыттың таңға яҡынлашыуына ҡарамаҫтан, клубтар, төнгө кафелар тирәһендә халыҡ күп. Үәт күңелле йәшәй беҙҙә йәштәр, арыу тураһында уйлаусы ла юҡ.
Мине иң ғәжәпләндергәне шул булды: инспекторҙар эскән кешеләрҙе тоторға тип сыҡҡан, ә алкотестер алмаған! Тәүҙә аңламайыраҡ торҙом: ни өсөндөр бер кемде лә өрҙөрөп ҡарамай бит былар. Ә эләккән һәр кешенең күҙҙәре уйнап тора, улар үҙен көсөргәнешле тота, аҡлана башлай. Аҙаҡ ҡына егеттәр әйтте: тестерҙар бер нисә машинала ғына бар икән. Әгәр эскәнгә оҡшаған кеше тотһаң һәм ул үҙе был турала әйтмәй икән, яҡындағы экипаждың алкотестер килтереүен һорарға кәрәк. Әгәр яңылышһаң... машинаны бушҡа ҡыуғанһың булып сыға инде. Күп кенә ваҡыт та әрәм була.
Был факт беҙҙең эште үтә лә ауырлаштырҙы. Тышта торған инспекторҙар водителде туҡтата, документтарын ҡараған арала ипләп кенә уны күҙәтә, еҫкәп ҡарай. Әгәр ниндәй ҙә булһа шик булһа, машинаға алып инеп ултырта һәм шунда һөйләшкән арала еҫен һиҙергә тейеш. Бына һиңә XXI быуат! Иҫеректәрҙе еҫкәп тап, имеш.
Әйткәндәй, минең танау үтә һиҙгер. Үҙем спиртлы эсемлек ҡулланмағас, саҡ ҡына булһа ла “ҡырын тейәгән” кешене еҫе буйынса шунда уҡ асыҡлайым. Быны белеп ҡалған инспекторҙар мине "танау" итеп ултыртып ҡуйҙы! Йылы машинаға инеү менән еҫ тарала. Бик яуаплы һынау булды был: яңылышырһың да бер ғәйепһеҙ көйө кешене водитель танытмаһынан мәхрүм итерһең. Ҡайһы берәүҙәр шунда уҡ әйтә: "Машинам тулы эскән кеше, шуға еҫ һеңгәндер". Нисек кенә булмаһын, бер кемгә лә "ғәйепле" тигән хөкөм сығарманым.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ярлы ойошмаларҙан түгел. Юлдағы эскеселәргә ҡаршы көрәш еңел түгел, ә имен тормош өсөн барғанда шул алкотестерҙарҙы ғына һатып алырға булалыр инде, моғайын, тигән уйҙар ҡалды.
* * *
Рейд таңғы бишкә тиклем дауам итергә тейеш, тигәйнеләр. Ысынын ғына әйткәндә, төнгө сәғәт 1 йә 2 тулыу менән ҡайтып китермен тип уйлағайным. Тик өйгә ҡайтып ингәндә, сәғәттең алтынсы киткәнен күреп аптырап ҡалдым: ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған. Һәр хәлдә минең өсөн бик ҡыҙыҡлы тәжрибә булды был. Һығымталар шундай: инспекторҙарҙың эше, ысынлап та, ауыр. Төн буйы йөрөнөк, ә ашау-эсеү эләкмәне. Айырыуса ҡышҡы-яҙғы, көҙгө осорҙа йәки ямғыр ваҡытында. Ришүәт биреүселәр бөтөнләй тойолманы. Инспекторҙар эш хаҡынан ҡәнәғәт һәм уны юғалтҡылары килмәй. Тағы шуныһын әйтеү урынлылыр: егеттәр күкрәк һуғып, ҡағиҙә боҙоп, тиҙлекте арттырып йөрөмәне. Күңелсәк, алсаҡ, шаяртып алырға әүәҫ булыуҙары бергә башҡарған эште еңеләйтте генә.
Эске эштәр органдарында барған үҙгәрештәр, коррупцияға ҡаршы көрәш әллә, ысынлап та, тейешле һөҙөмтәһен бирә инде?! Һәр хәлдә минең төнгө юлдаштарым кеүек гаишниктар ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫталары.
Яҙмаларымды уҡып сыҡҡас, кемдер ҡәнәғәтһеҙлек белдерер, "улар бөтәһе лә яман" тип әйтеүселәр ҙә табылыр. Бер төндә генә күпте белеп булмай, әммә шәхсән минең ҡараш үҙгәрҙе. Хәҙер урам буйында һыуыҡта ла, эҫелә лә торған инспекторҙарға бер аҙ йәлләп һәм, иң мөһиме, хөрмәт менән ҡарайым. Һығымтаны һәр кем үҙ тәжрибәһенән сығып яһар...


Вернуться назад