Хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!06.07.2013
Хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!Йәй башында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә "Башҡортостан - ғәзиз ерем" тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Республиканың төрлө тарафынан йөкмәткеле, проблемалы мәҡәләләр килә. Уларҙың күбеһе гәзиттә донъя күрһе лә инде, тик яҙмаларҙың бер ҡалыпта булыуы, ҡайһы саҡ тыуған еребеҙҙе, тәбиғәтте данлауға ғына арналыуы күҙгә салына. Хикәйә, очерк иһә бөтөнләй юҡ. Каникул осоронда айырыуса мәктәп уҡыусыларының әүҙемлек күрһәтеүенә иҫәп тотоп, конкурстың шарттарын яңынан иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
- хикәйә,
- мәҡәлә, очерк,
- "Йәшәйеш - үҙе бер миҙгел" темаһына фотоһүрәттәр,
- мәктәп уҡыусылары өсөн айырым темалар: "Тәбиғәт һәм беҙ", "Тәбиғәт һаҡсылары", "Тыуған төйәгем".
Конкурсҡа материалдар 2013 йылдың 1 декабренә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә!

Мөхәрририәт.

"Йәшәйеш - үҙе бер миҙгел" фотоконкурсына ебәрелгән тәүге эште тәҡдим итәбеҙ. Әбйәлил районынан Х. Ишбулдин тыуған еренең матурлығын ошо һүрәттәр аша еткергән.

Хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!
Хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!
Хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!


Вернуться назад