Тәбиғи күркәмлекте һаҡлағыҙ06.07.2013
Тәбиғи күркәмлекте һаҡлағыҙОҙон-оҙаҡ ҡыштан һуң күптәр сәстең артыҡ ҡойолоуына һәм ҡауаҡланыуына зарлана. Башҡортостанда иң оҙон толомло (2 метр ҙа 50 сантиметр) Гөлнар Әҙип ҡыҙы ЮЛДАШБАЕВА ниндәй рецепт ҡуллана икән? Был серҙе, гәзит уҡыусым, белгең киләме? Әйҙә, рәхим ит!
— Гөлнар, оҙон сәс тәрбиәләүгә теләк һеҙҙә ҡайҙан килә ул?
— Сәстең оҙонлоғо, ҡалынлығы, нәҫел-нәсәптән. Әсәйемдең әсәһе сәсте ҡарау буйынса кәңәштәрҙе яҙып барған. Уның да, әсәйемдең дә толомо үксәһенә етеп тора ине. Бындай «байлыҡ» һеңлем менән миңә лә күскән. Ҡыҙымдың да, һеңлемдең ҡыҙҙарының да сәсе оҙон. Ауылға ҡайтһаҡ, бер-беребеҙҙең сәсен үлсәйбеҙ. Бәләкәй саҡта киҫергә тигән уй башыма ла кермәне. Әсәйем сәсебеҙҙе ныҡ тәрбиәләй торғайны. Ял көндәрен бары тик ошо эшкә бағышлай инек. Мунсаға барғас, ҡоро сәскә ҡатыҡ һөртөп, 20 минут самаһы ултырта торғайны. Һуңынан бал менән йомортҡа ҡатнашмаһы һөртөп, тағы шунса ваҡыт ултыра инек. Үлән төнәтмәһе менән сайҡатҡас, сәс шымарып, ялтырап китә. Шулай уҡ сәс йыуыуға эркет һыуын ҡулландыҡ. Уның еҫе бар, тип күп кенә кешенән ишетһәм дә, аҙаҡтан үлән төнәтмәһе менән сайҡатһаң, бер ниндәй ҙә еҫ ҡалмай. Төрлө үләндәрҙе йәй тоҡлап-тоҡлап йыйып ҡуя инек. Бындай тәрбиәнән һуң сәстәрем көслө булып үҫте.
— Геннадий Малахов һеҙҙең сәсегеҙгә хайран ҡалған, тиҙәр...
— «Малахов+» телетапшырыуына саҡыртып алдылар. Ул оҙон һәм ҡалын сәс толомон үҫтереү, бағыу серҙәренә арналғайны.
— Гөлнар, сәсте тәрбиәләүгә күпме ваҡыт бүләһегеҙ?
— Ғәҙәттә, ял көндәрен тулыһынса сәсемә бағышлайым, маскалар яһайым. Бер йыуыуға ярты флакон шампунь китә. Уны төрләндерергә тырышам, махсус дарыуханаларҙан ғына һатып алам. Бәлзәмдәргә шикләнеберәк ҡарайым, шуға ҡулланмайым. Ҡына менән буяп торам. Шәмбе кис йыуһам, иртәгәһенә төшкөлөккә саҡ кибеп бөтә. Кипкәс, ял итә-итә тарап алам. Тарауға ике сәғәт етә. Фенды бер ҡасан да ҡулланғаным юҡ. Ул сәсте киптерә. Сәскә тотонор алдынан махсус ял итеп алам. Арып китһәм, ултырып торам.
Сәс тәрбиәләү ғәҙәтебеҙгә ингән, беҙҙең өсөн көн дә бит йыуыу, теш таҙартыу менән бер. Тарамайынса өҫтәл янына ултырмайбыҙ. Хәтеремдә, әсәйем сәсен тарап ултыра, үҙе беҙҙән өйгә эште әҙерләтә. Ауылда бөтмәҫ мәшәҡәткә ҡарамаҫтан, дүрт баланы ҡарарға ла, аш-һыу әҙерләргә лә өлгөргән. Сәсебеҙҙе матур итеп үреп, таҫмаларҙы суҡлап тағып ҡуя ине. Минеңсә, сәсте үреп йөрөтһәң, ул тиҙерәк үҫә һымаҡ, матур ҙа була.
— Сәсегеҙ ҡайсы күргәне бармы?
— Институтта уҡығанда аҙлап киҫеп торҙом. Уҡып бөткәс, бер тапҡыр ҙа теймәнем. Сәстәрем шул тиклем шәп үҫте, хатта үҙемде уҙып китте. Һеҙгә ҡыҙыҡ тойолор: бала табыу йортонда ятҡанда сәсемде кеҫәмә һалып йә муйыныма урап ҡуя торғайным. Нисек уңайлы, шулай йөрөнөм.
Улым тыуып, мәшәҡәттәр артҡас, 20 сантиметр тирәһе киҫтерергә булдым.
— Сәс менән Йыһан араһында ниндәйҙер бәйләнеш бар, тиҙәр. Һеҙ шуны тояһығыҙмы?
— Ысын, килешәм был фекер менән. Сәсемде киҫтерһәм, үҙемде һаҡлаусы аураны юғалтырмын һымаҡ. Өләсәйем дә: «Сәсегеҙҙе киҫмәгеҙ, бәхетегеҙҙе юғалтырһығыҙ», — тиер ине. Минеңсә, тәбиғи матурлыҡты һаҡларға кәрәк. Ул барыһынан да өҫтөн.
— Гөлнар, һеҙ ошо «байлыҡ» менән ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарығанығыҙ барҙыр...
— Студент сағымда әхирәтемә ҡунаҡҡа поезда китеп барғанда, бер ағай пинжәк төймәһенә сәсемде эләктереп, «ҡармаҡлап» алды ла китте. Мин ҡысҡырам, «әлеү, әлеү, сәсем, сәсем... » тип, ысҡындырырға тырышам, ул ишетмәй. Күпмелер ваҡыт үткәс, артына боролоп аптырап ҡалды һәм йылмайып ебәрҙе. Иҫәнғол район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә бейегәндә иһә толомома үҙем баҫып, йығылып китә яҙғайным...
Ҡыш баш кейеме яратыуы ҡыйын. Шуға бер-ике үлсәмгә ҙурырағын һайларға тура килә. Сәсемде һәр ваҡыт үреп йөрөтәм, йоҡлағанда иҙәнгә йәйеп һалам.
— Һеҙ Гиннестың рекордтар китабына инергә теләр инегеҙме?
— Әлбиттә! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә донъя буйынса япондарға етеп булмаҫ кеүек, сөнки уларҙың сәстәре 3 метрҙан ашыу. Ә Рәсәйҙә Волгоград ҡалаһында йәшәүсе Татьяна Письменнаяның сәсе — 2 метр 70 сантиметр. Теге ваҡыт сәсемде ҡырҡтырмаһам, бәлки, минеке оҙонораҡ та булыр ине.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Гөлнар Юлдашбаеваның сәсте сәләмәт итеп тәрбиәләү буйынса кәңәштәре:
* Сәстәргә йышыраҡ маска эшләргә тырышығыҙ. Әгәр ҙә улар ҡойолһа, сифатын юғалтһа, һеҙгә түбәндәге рецепт килешер: 4 йомортҡа һарыһына 2 аш ҡалағы бал, 1 балғалаҡ үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ коньяк ҡушып бутарға. Сәскә һөртөп, 30-40 минут тоторға. Һуңынан йыуырға. Был маска сәстәрҙе нығыта. Әгәр ҙә сәсегеҙ майлы булһа, көнбағыш майы ҡушмағыҙ.
* Аҙнаһына бер тапҡыр сәсегеҙҙе үлән төнәтмәһе менән сайҡатығыҙ. Төрлө үләнде бергә ҡушырға ярамай. Бер ҡабат сайҡатҡанда кесерткән, икенсе тапҡыр аҡ сәскә төнәтмәһен ҡулланығыҙ. Кесерткән иһә баштағы ҡауаҡты ла бөтөрә, сәстең тиҙ үҫеүенә булышлыҡ итә.
* Фен менән киптермәгеҙ, ул сәстең төҙөлөшөнә кире йоғонто яһай.
* Сәстәр һалҡындан һәм эҫе ҡояш нурҙарынан “ҡурҡа”.
* Яһалма буяуҙар сәскә кире йоғонто яһай.
* Сәстең осон киҫтереп торһаң тиҙерәк үҫә тигән ҡараш дөрөҫ түгел.
* Йылға һыуы менән сайҡатһаң, ул көс өҫтәй.
* Сәс өсөн эркет һыуы ла файҙалы.


Вернуться назад