Бөгөн модала — оҙон толом, сәс үреп йөрөү йәштәр араһында популярлыҡ яулай бара. Ошоно иҫәпкә алып, беҙ ҙә гәзит уҡыусыларыбыҙға сәс үреүҙең бер нисә төрөн тәҡдим итәбеҙ.
"Ҡусҡар"Йоҡа резинка, «невидимка»лар кәрәк.
Сәс үреү этаптары:
1. Ябай ысул менән баштың түбәһенән үрә башларға. Эш барышында ике яҡ ситтән алмаш-тилмәш йоҡа ғына тотам сәсте ала барырға.
2. Иң мөһиме — кеше тирәләй әйләнеп үрергә кәрәк. Юғиһә тейешле һөҙөмтәгә өлгәшмәйәсәкбеҙ, үреү йүнәлешен үҙгәртеп, ҡусҡар рәүешендә булмаясаҡ.
3. Тәүге урауҙы үткәндән һуң икенсеһенә тотонорға мөмкин.
4. Һуңғы үреүҙе һул йәки уң ҡолаҡ эргәһендә тамамлайбыҙ. Толомдоң осон резинка менән бәйләп, күренмәҫлек итеп йәшереп, «невидимка»лар ярҙамында нығытабыҙ.
"Балыҡ ҡойроғо"Тараҡ, йоҡа резинка кәрәк.
Сәс үреү этаптары:
1. Сикә тапҡырынан йоҡа ғына итеп ике тотам сәс бүлеп алырға.
2. Ябай ысул менән үрә башларға.
3. Үреү барышында ике яҡ ситтән алмаш-тилмәш йоҡа ғына тотам сәсте ала барырға. Уларҙың урта өлөшө үрелмәй аҫта ҡала бара.
4. Толомдо бушаҡ итеп үрергә, үреп бөткәс, осона резинка ҡуйырға.
5. Үрелгән толом араһын бармаҡ менән йырғыслап, бушатып сығырға.