Сәс өсөн иң һәйбәт миҙгел — яҙ06.07.2013
Сәс өсөн иң һәйбәт миҙгел — яҙ* Ныҡлығы буйынса сәсте аллюминий менән сағыштырырға мөмкин. Бер сәс бөртөгө 100-ҙән алып 200 грамм ауырлыҡты күтәрә ала.
* Ир кешенең башында сәс — ике йыл, ә ҡатындарҙыҡында 4-5 йыл йәшәй ала.
* Еҙ сәслеләрҙең башында 80 меңгә яҡын, ҡара сәслеләрҙә — 100 меңгә яҡын, һары сәслеләрҙә 120 мең сәс тип һанала.
* Сәстең составын 50,65% углерод, 20,85 % кислород, 17,14 % азот, 6,36 % водород һәм 5,0 % көкөрт тәшкил итә. Шулай уҡ сәс магний, мышаяҡ, тимер, хром һәм башҡа металл һәм минералдарҙан тора. Ҡара сәслеләрҙә углерод күберәк тип иҫәпләнә.
* Сәс башлыса 15 йәштән алып 30 йәшкә тиклем шәберәк үҫә.
* Иртән һәм кис сәс тиҙ үҫә, ә төндә үҫмәй.
* Сәс өсөн иң һәйбәт миҙгел — яҙ. Көҙ ул үҫеүҙән туҡтай.
* Көн һайын кеше уртаса 200 сәс бөртөгөн юғалта.
* Сәскә иртә сал төшөүе — организмға кальций етмәүҙең һөҙөмтәһе.


Вернуться назад