Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Долорес Ҡыуатова-Әхмәтованың яҡты иҫтәлегенә
Ошо көндәрҙә уның ҡырҡ көнөн билдәләргә йыйыныусы яҡташым Закуан Зөфәр улы Әхмәтовтың һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.
Хуш бул инде, Һандуғас!
Киткәс нығыраҡ беленә
Кешеләрҙең кемлеге.
Үҙең юҡһың, нурың балҡый
Затлы Ейәнсура ҡыҙы,
Әлшәйемдең килене.
Исемкәйең сыңлап тора,
Күңелдәрҙә иртә-кис.
Долорес, Долорес,
Ихласлығың, йылмайыуың
Онотолмаҫ инде һис.
Уҡытыусы — бөйөк исем,
Гел тоғро булдың уға,
Йөҙәрләгән, ҡыҙ һәм улға
Белем, аҡыл, кәңәш биреп,
Сығарҙың оло юлға.
Зирәк аң һәм алтын ҡулдар,
Йөрәк тулы һөйөү-хис.
Һине һағыныусыларға
Бирһен түҙем, рухи көс.
Мәңгелеккә китеүеңә
Юҡ, ышанғы килмәй һис.
Онотмаусыларың барҙа
Һин йәшәрһең, Долорес.
Яратҡан Димең буйҙары,
Туғай-ҡырҙар йәшәрә,
Матурлыҡтарҙан көс алып,
Балаларыңа ҡыуанып,
Кәрәк ине лә бит әле
Йәшәргә лә, йәшәргә.
Үҙәктәрҙе өҙә инде
Бер һандуғас тауышы,
Уға күскән микән әллә
Был донъяла әйтмәй ҡалған
Һүҙҙәреңдең һағышы.
Долорес, Долорес,
Баҡыйлыҡҡа яҡты рухың,
Тыныс күңел менән күс!