Рауил Нафиҡов: "Ағиҙелдең һайығыуы бәкәлгә һуға"06.07.2013
Рауил Нафиҡов: "Ағиҙелдең һайығыуы бәкәлгә һуға"Быйыл диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын ҙур юбилей алдынан ҡаршылай: августа Ағиҙел йылғаһы буйлап беренсе пароход ебәрелеүгә 155 йыл тула. Ошо уңайҙан Башҡортостан йылға пароходсылығы йәмғиәтенең генераль директоры Рауил Нафиҡов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Рауил Камил улы, бынан 155 йыл элек быуҙа эшләгән суднолар ебәреү төбәк өсөн ҙур иҡтисади әһәмиәткә эйә булған…
— Эйә, был ҙур алға китеш. Өфөлә йәшәгән сәнәғәт етештереүселәренең үтенесе буйынса 1857 – 1858 йылдарҙа Ағиҙелдең төбө өйрәнелә. Махсус комиссия йылғаны суднолар йөрөү өсөн ярашлы тип таба һәм Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем юл асыу тәҡдиме менән Түбәнге Новгородта урынлашҡан пароходсылар ойошмаһына мөрәжәғәт итә. 1858 йылда Өфөгә Волганан "Грозный" һәм "Быстрый" пароходтары килә. Ошо мәлдән алып Уралдағы баҡыр һәм суйын иретеү заводтарының тауары, урман Үҙәк Рәсәйгә Волга һәм Кама йылғалары буйлап оҙатыла башлай. 1913 йылда төбәктә 21 тауар-пассажирҙар йөрөтөү һәм 40 буксир пароходы булған. "Башҡортостан йылға пароходсылығы" иһә үҙенең тарихнамәһен 1918 йылдан яҙа башлаған. Ошо йылда Өфөлә судноларҙа эшләүселәрҙең комитеты ла булдырылған.
— Ул ваҡыттағы ҡеүәтте хәҙер һаҡлап буламы?
— Әлбиттә, заман тыуҙырған дәғүәселек менән көрәшеүе ауыр. Шулай ҙа беҙҙең мөмкинлектәр киң. Машиналар йөрөтә алмаған 100, 300 тонналыҡ йөктәрҙе ташыйбыҙ. Былтыр ғына төрлө ойошмаларға 3 мең 750 тонна тоҙ алып килгәнбеҙ, юл һалыу, төҙөлөш өсөн ҡом-таш, ағас, ҡырсын, иген һәм башҡа кәрәк-яраҡты йылға юлы менән оҙатыу уңайлы ла, осһоҙораҡ та. Бынан тыш, транспорттың был төрөнөң экологияға зыян килтермәүен дә билдәләргә кәрәк.
— Былтыр Республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә үткән кәңәшмәләрҙең береһендә йылға транспортын үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу, Дуҫлыҡ монументы янындағы причалды ремонтлау, Ағиҙел ҡалаһында йылға портын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелгәйне. Улар бөгөн ғәмәлдәме?
— Дуҫлыҡ монументындағы причалды төҙөкләндереү һәм Ағиҙел ярын нығытыу менән Өфө ҡалаһы хакимиәте шөғөлләнә, был биләмә ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан ҙур үҙгәреш кисерәсәк.
Ағиҙел ҡалаһындағы портҡа килгәндә, проекттың уңайлы яҡтары бихисап. Беренсенән, Ағиҙел йылғаһының ундағы тәрәнлеге суднолар өсөн ҡулайлы, ҡаланың географик йәһәттән уңайлылығын да билдәләргә кәрәк. Икенсенән, Ағиҙелдең ҡоролоҡ арҡаһында һайығыуы бәкәлгә һуға. Былтыр уның тәрәнлеге уртаса 145 сантиметр ине. Быйыл был күрһәткес 160 сантиметр тәшкил итә. Тик йылдан-йыл ҡабатланған ҡоролоҡ тонна-тонна ауырлыҡ ташыған судноларҙың эшен тотҡарлай. Ағиҙел ҡалаһы портында иһә тәрәнлек — 340 – 360 сантиметр, һәм бында беҙ ҙур йылға-диңгеҙҙәрҙе гиҙгән судноларҙы ла ҡабул итә аласаҡбыҙ. Ҡаланың географик йәһәттән уңайлы урынлашыуы иҡтисади яҡтан бик ҡулай, сөнки Рәсәй буйынса ауыр һәм күләмле йөктө ташыуға сығымдар кәмейәсәк. Бынан тыш, Уралдан Балтик, Каспий һәм Ҡара диңгеҙгә йөк ташыған мәлдә туҡталҡа булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә.
— Ағиҙел ҡалаһында эш башланғанмы?
— Әлеге мәлдә ер участкаһын рәсмиләштереү менән мәшғүлбеҙ. Порт эшләп китһен өсөн йылғаның төбөн тәрәнәйтеү, причалды төҙөкләндереү, порт зонаһы булдырыу, йөк һаҡлау өсөн махсус урындар төҙөү мотлаҡ. Унда машиналар өсөн дә, тимер юлы ла һалыу кәрәк. Ағиҙел портында Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводының филиалын да булдырыу ҡарала. Бының өсөн байтаҡ сығымдар талап ителә. Шулай ҙа, улар тиҙ арала аҡланыр тип өмөтләнәбеҙ, сөнки төрлө судноларға төрлө хеҙмәттәр күрһәтеп отасаҡбыҙ. Камбарка, Чайковский, Яр Саллы ҡалаларындағы порттарҙа бындай завод юҡ. Өфөнөң Затон биҫтәһе менән Ағиҙел ҡалаһының араһы һыу юлынан 400 километр тирәһе, уны үтер өсөн ике тәүлек самаһы ваҡыт кәрәк. Ҡайһы бер ауыр суднолар бында үтә лә алмай. Йөк теплоходына был араны үтеү өсөн сарыф ителгән яғыулыҡ яҡынса 160 мең һум тора.
Дөйөм алғанда, Ағиҙел порты йөк ташыу өсөн ҡулай буласаҡ. Иген, көкөрт, нефть продукттары, металл һәм башҡаһы ошо порт аша бүтән тарафтарға оҙатыласаҡ.
— Ағиҙелдә порт булдырыу туризмды үҫтереү йәһәтенән дә ылыҡтырғыс түгелме?
— Беҙ ҙә шундай фекерҙә. Краснокама районының Николо-Березовка ауылына христиан динен тотоусылар күпләп килә. Бында уңайлы теплоходта, республиканың хозур тәбиғәтенә һоҡланып, онотолмаҫ сәхифә ҡылырға теләүселәр ҙә булыр, тип ышанабыҙ.
— Үрҙә Башҡортостан йылға пароходсылығының бай тарихын телгә алып киттек. Матди-техник база, бында эшләгән кешеләр тураһында ла бер кәлимә һүҙ…
— Беҙҙең дүрт филиалыбыҙ бар. Йәмғеһе 890 кеше эшләй. 122 берәмек транспорт иҫәпләнә. Йылына яҡынса 100 көн генә йөҙәбеҙ. Йөк транспорты биш-алты ай йөрөй. Төрлө тарафтарға йөк ташыуҙан тыш, социаль туризм, баҡсасыларға хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнәбеҙ. Былтыр 910 мең тонна йөк ташығанбыҙ, 78 мең кеше беҙҙең хеҙмәт менән файҙаланған. Татарстанда "Болғар" теплоходы батҡандан һуң, хәүефһеҙлеккә айырым иғтибар бүләбеҙ. Хәйер, "Болғар" тибындағы теплоходтар беҙҙә хәҙер йөрөмәй. Йыл да караптар төҙөкләндерелә.
Коллективта маҡтаулы династиялар бар. Мәҫәлән, аталы-уллы Рим менән Рәхимйән Ярыевтар, аталы-ҡыҙлы Ольга Морозова менән Николай Савин, ирле-ҡатынлы Лилиә менән Фәнил Бикбулатовтар һәм башҡаларҙы ғорурланып телгә алабыҙ.
Байрам уңайы менән йылға флотында хеҙмәт итеүселәргә иң изге теләктәрҙе еткерге килә. Барығыҙға ла киль аҫтында ете фут!

p.s. снять квартиру в уфе


Вернуться назад