Һәр эшең емеш бирер23.12.2011
Һәр эшең емеш бирерКеше — тәбиғәт балаһы. Бигерәк тә ауыл ерендә тыуып үҫкәндәр был хәҡиҡәткә нығыраҡ төшөнә. Алмағастың сәскә атыуы ла, еләктәрҙең ҡыҙарып бешеүе лә, алтын төҫлө иген баҫыуҙары ла баланың күңелендә шиғри юлдар тыуҙыра, йыр-моңға этәрә, тәүге фәнни эҙләнеүҙәргә килтерә. Белем тауҙарына үрмәләп, тыуған ауылдан айырылғас та күңел һәр саҡ ҡайындар сауҡалығына, хәтфә болондарға талпына.
Кешенең үҙе йәшәгән йортонда төрлө гөл-сәскәләр үҫтерергә тырышыуы, көнкүреш мөхитен йәшелләндерергә ынтылыуы — тәбиғи күренеш.
Филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Усманованың да үҙе булдырған “йәшел донъяһы” бар. Ниндәй генә гөлдәр, ҡыуаҡлы ағастар, емеш биреүсе үҫемлектәр юҡ уның фатирында. Һәр ҡайһыһы сәскә атып йә емеш биреп ҡыуандырып тора ғалимәне.
— Йәшеллекһеҙ тормошомдоң йәме булмаҫ ине. Гөлдәрҙе ҡарағанда, йәғни һыу ҡойғанда ла, япраҡтарын һөрткәндә лә улар менән һөйләшәм, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ кеүек. Шуның менән күңелем ял итә, бер үк ваҡытта күпереп үҫкән хуш еҫле сәскәләрҙе күреп, ғилми эҙләнеүҙәргә илһам алам, — ти Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы.
Бына әле лә, ҡарлы-буранлы осор булыуға ҡарамаҫтан, профессор Усманова сираттағы емешен күреп ҡыуана. Сибайҙа йәшәүсе Зөһрә исемле ҡыҙы быйыл май айында помидор үҫентеһен алып килгән икән, ә барлыҡ булмышын фәнгә арнаған әсәһе, уға йөрәк йылыһын ҡушып, хәстәрлек күрһәткән. Һәм, ни ғәжәп, бер ҡыуаҡ биш помидор биргән.
— Һинең ҡулың еңел, ти миңә оҙаҡ йылдар аралашҡан таныштарым. Яңыраҡ ҡына күршеләрем лимон ағасы ботағын алып, тамыр йәйҙертеп биреүҙәрен һораны, — тип йылмая ғалимә. — Әйткәндәй, инжирҙы ла фатирымда үҫтерҙем, емешен дә алдым. Тик уның ағасы ҙурайып, күп урын ала башлағас, ҡала поликлиникаһына тапшырҙым.
Профессор Миңһылыу Усманова — тиҫтәләгән ғилми хеҙмәт авторы. Уның “еңел” ҡулы менән яҙылған һүҙлектәр, башҡорт теле буйынса программалар, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү өсөн әсбаптар мәктәп уҡытыусыларына төп таяныс булып тора.
“Һөҙөмтәле эшмәкәрлектең сере нимәлә?” тигән һорауҙы йыш бирәләр профессорға. Минеңсә, был тәбиғәтте һөйөүгә һәм уны яҡын күреүгә бәйле. Йәшәгән мөхитеңде йәшеллек менән гүзәлләндерергә ынтылғанда, кескәй үҫентеләр генә түгел, һәр эшең дә мул емеш бирәсәк.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад