“iВолга” форумында ҡатнашҡан йәштәр кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Рәсми сара һис тә рәсми булмаған шарттарҙа ойошторолдо: Аҡ йорт янындағы йәшел майҙансыҡҡа тирмәләр ҡуйылды, шунда уҡ конкурста ҡатнашып, юғары баһа алған проекттар күрһәтелде.
Йәштәрҙең тәҡдимдәре, ысынлап та, ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле ине. Кемдер уйлап тапҡан двигатель бер юлы төрлө яғыулыҡтарҙан эшләй алһа, икенсеһенең сәскесе — ауыл хужалығы өсөн ҙур табыш. Берәүҙәр утынһыҙ яныусы камин яһай, ә бәғзеләр уңайлы креслолар менән ҡыуандырмаҡсы. Ә Юрий Коевтың “Һаҡсыл юл” тип аталған проекты иһә бөтәһендә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Егет заманса технологиялар ярҙамында беҙ йәшәгән ихаталарҙы уңайлыраҡ итергә теләй. Яуған ямғыр шунда уҡ сетка аҫтына йәшерелгән торбалар буйлап аҫҡа ағып төшә һәм ошо һыу артабан газонға һибеүҙә ҡулланыласаҡ. Бының өсөн махсус бордюрҙар эшләү, уларҙы яңы технология буйынса буяу һәм башҡа ғәмәлдәр талап ителә. Юраның эшен юғары кимәлдә баһалағандар, әле уны тормошҡа ашырыу өсөн төрлө ойошмалар менән һөйләшеү алып барыла.
Рөстәм Зәки улы эштәр һәм проекттар менән бик ҡәнәғәт ҡалды, һәр береһен ентекле өйрәнде.
— Тиҙ арала тупланып, “iВолга”ға юллана алыуығыҙ маҡтауға лайыҡ. Призлы урындар һаны буйынса икенселекте яулауығыҙ ҙа яҡшы күрһәткес. Тимәк, беҙҙә ныҡлы нигеҙ бар. Хәҙер был проекттарҙы киңерәк ҡулланырға, халыҡ араһына сығарырға кәрәк. Мин һеҙгә бөтә яҡлап та ярҙам итергә әҙермен, — тине ул.
Президентҡа тәҡдим ителгән проекттар бихисап ине. Улар араһында башҡорт солоҡсолоғон һаҡлау, мәктәптәрҙә инновациялы белем биреү, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу, республика кимәлендәге сараларҙы ойоштороу, һимеҙ кешеләрҙе ябыҡтырыу программалары һәм башҡалар. Рөстәм Зәки улы һәр береһен иғтибар менән тыңланы һәм яҡын арала Башҡортостанда ла “Селигер” кеүек йәштәр форумын үткәрергә тәҡдим итте. Ижади ҡарашлы, күҙҙәре янып торған дәртле йәштәр был тәҡдимде шунда уҡ күтәреп алды һәм киләһе йылға мотлаҡ ойошторорға һүҙ бирҙе.
Андрей Старостин фотоһы.