Тәтешлелә халыҡ байрамы06.07.2013
Тәтешлелә халыҡ  байрамыТәтешле районындағы Аҡсәйеттә “Тыуған ауылым” республика халыҡ байрамы ойошторолдо.
Халыҡты Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов һәм Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев тәбрикләне. Күп йыллыҡ тарихҡа эйә булған байрамды билдәле яҡташыбыҙ, танылған йырсы үҙенең изге эштәре менән абруй яулаған Салауат Фәтхетдинов ойошторҙо. Уның башланғысы менән милләттәр һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ, берҙәмлек менән һуғарылған “Тыуған ауылым” байрамы ысын халыҡ сараһына әүерелде.
Бай концерт программаһында Салауат Фәтхетдинов, уның ижадташ дуҫтары — Башҡортостандың һәм Татарстандың эстрада йондоҙҙары сығыш яһаны. Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Ринат Ибраһимовтың көр тауышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Сара ҙур фейерверк менән тамамланды. Районда ғына түгел, республиканан ситтә лә танылыу яулаған сағыу байрамда йыл һайын 18 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.


Вернуться назад