Еңеүгә лайыҡ булды06.07.2013
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы “Мәңгелек ут” VII Халыҡ-ара телепрограммалар һәм телефильмдар фестиваленең I дәрәжә дипломын яуланы.
“Һуңғы ҡыуғынсы” документаль очеркы “Иң яҡшы хәрби-патриотик программа” номинацияһында жюри ағзаларының иң юғары баһаһын алды. Фильм 2012 йылда төшөрөлгән. Уның авторы һәм режиссеры — республикала билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Луиза Фархшатова.
“Мәңгелек ут” VII Халыҡ-ара телевидение программалары фестивале быйыл 30 майҙан 1 июнгә тиклем Волгоградта уҙғарылды һәм Сталинград һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Сараны Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радио тапшырыуҙар компанияһы, Волгоград өлкәһе хөкүмәте Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ ярҙамы менән ойошторҙо.
Быйыл ижади бәйгегә илебеҙҙең йөҙҙән ашыу телекомпанияһы, сит илдәр, шул иҫәптән уҡыу йорттары һәм хәрби частар телестудиялары вәкилдәре эштәрен тәҡдим итте.