Изге эшкә - фатиха05.07.2013
Изге эшкә - фатихаБашҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең һәр эштең ниәткә бәйлелеге хаҡындағы мөбәрәк хәҙисе бар. Ул күп дини китапта тәүге урынға ҡуйыла. Хәҙистең мәғәнәһе шул: әгәр әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ниәт ҡылған булһа, шуның сауабына өлгәшә. Тимәк, һәр эштең әүәлендә ниәт тора. Ул тоғро, йәмғиәткә файҙа килтереү, тормошобоҙҙо алға алып барыу, дуҫлыҡ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе аяҡҡа баҫтырыу кеүек изге бурыстарҙы иңенә алған икән, әлбиттә, башланғыс бәрәкәт килтерер. Беҙҙән һуң да изгелек ҡалһын тигән ниәттә ҡылынған ғәмәл дә, иншаллаһ, хәйерле булыр.
Ошо йәһәттән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, "Башҡортостан" гәзитендәге "Йома" сығарылышының киңерәк күләмдә донъя күрә башлауы иғтибарға лайыҡ. Ҙур тарихлы, һәр заманда ла кешеләрҙе аңлатыу эшенән, тәрбиәүи һүҙенән айырмаған баҫмабыҙ изге шәғбан айында халҡыбыҙ мәнфәғәтендә алға ынтыла, эҙләнә, яңырыу кисерә икән, иншаллаһ, бында бәрәкәт булыр. Гәзит үҫешһен, төрлө ҡатлам вәкилдәренә тоғро хеҙмәтен дауам итһен. Халҡыбыҙ бөтөн яҡтан да ғилемле булырға, донъяның, илдең, төбәктең тын алышын белергә, хоҡуҡтарын өйрәнергә, шул уҡ ваҡытта тарихты онотмаҫҡа, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға тейеш икән, бында "Башҡортостан"дың өлөшө ҙур булып ҡалырына иманым камил. Гәзит һәр төрлө мәсьәләлә ярҙамсы, кәңәшсе, яҡшылыҡҡа, иманға әйҙәүсе булһын, уҡыусылары артһын. Күркәм башланғысҡа — фатиха.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырғанда аҡыл һәм рух көсө, ныҡышмалылыҡ насип итһен. Шулай икән, иншаллаһ, башланғыстарыбыҙ уң, емешле, тормошобоҙ бәрәкәтле булыр. Амин.

p.s. аренда квартир в уфе


Вернуться назад