Ер еләккәйҙәре беште инде,
Өҙөлөп тә төшмәҫ, тимәгеҙ…
Ҡыҙарып бешкән тәүге еләкте күреүгә, Рәми Ғариповтың шул шиғыры иҫкә килә лә төшә. Еләк — халыҡ йырҙарында ла, милли шиғриәтебеҙҙә лә киң урын алған үҫемлек, образ. Еләк кеүек һылыу ҡыҙ, бешкән еләктәй татлы ирендәр һ.б. сағыштырыуҙар йыш ҡулланыла.
Урман еләктәренән ҡайын, ер һәм ҡурай еләген халыҡ айырыуса яратып ашай.
Ҡайын еләге, баҡсалағы айыу баланынан саҡ ҡына һуңғараҡ ҡалып, ҡыҙыл-яҡут емештәрен ялан тултырып һибеп ебәрә. Уның матурлығы, хуш еҫе, тәме, файҙаһы!
Аҙ ҡанлылыҡтан, аҡ ҡанлылыҡтан яфаланыусыларға ярҙамы тейә, бауыр, бөйөр, үпкә сирҙәренән, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, ҡан баҫымы юғары булғанда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда ла ҡайын еләге ашарға кәңәш ителә. Емеше генә түгел, үҫемлектең бар өлөшө лә шифалы, сәскәһен сәйгә һалып та ҡулланалар. Төнәтмәләре тәндән нитраттарҙы сығара, ҡанды тимер менән байыта. Шуның өсөн уны тамыры менән йыйып киптерәләр, һабаҡ өлөшөнөң көсө — бер, ә тамырыныҡы ике йылға етә.
Еләк киң таралған, шул уҡ ваҡытта төрлө төбәктә атамалары ла төрлөсә: осло (осто) еләк, яңғыҙаяҡ, турғай еләге…
Шул уҡ ваҡытта ымһындырып торған тәмлекәсте бәләкәс балаларға ашатмау хәйерле, йә бик ҙур һаҡлыҡ менән, әҙ генә күләмдә биреп ҡарарға рөхсәт ителә, сөнки йыш ҡына уға аллергия башлана. Япраҡтарының төнәтмәһен ауырлы ҡатындарға эсергә ярамай — балаһы төшөүе мөмкин. Һуҡыр эсәк, үт сире, аш юлында яра булғанда ла еләкте ашамау хәйерле.