Еләктән ризыҡтар05.07.2013
Еләктән ризыҡтарБеҙ бәләкәй саҡта йыйғанда уҡ еләктән бик файҙалы бер һый әҙерләп, рәхәтләнеп “йыпыра” торғайныҡ. Беҙҙең яҡтарҙа йүкә күп үҫә, шуның йәш, йомшаҡ яҫы япрағын өскөл генә һауыт итеп төрәбеҙ ҙә, эсенә тамылйып бешкән еләктәрҙе тултырып, ауыҙға оҙатабыҙ. Баҡһаң, ошо ябай ғына һый ауыл балаларын бауыр, быуын ауырыуҙарынан ҡурсыған, йөрәккә ял биргән икән, сөнки, еләктең файҙаһынан тыш, йүкә япрағы ла шифалы. Бауыр циррозы булғанда ла ауыртыуҙы баҫыуы билдәле.
Ҡайын еләген, ғәҙәттә, һөткә, сөсө ҡатыҡҡа иҙеп ашайҙар, ҡаймаҡ ҡушҡаны инде — хан һыйы! Ҡайнатма итеп тә, шәкәр ҡушып иҙеп тә һаҡлайҙар. Ул ҡыш бик танһыҡ, аппетитты ла асып ебәрә.


Вернуться назад