700 г самаһы таҙартылған ер еләге,
10 бөтнөк япрағы,
ярты стакан шәкәр,
1 аш ҡалағы лимон һуты.
Еләкте сайҡатып, барлыҡ ҡушымталар менән блендерҙа иҙергә.
Ҡыл иләк аша үткәреп, бер аш ҡалағы һыу ҡушабыҙ ҙа болғата-болғата ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Ҡайнар көйө тәрән табаға бешеренеү ҡағыҙы түшәп, ағыҙабыҙ ҙа, тигеҙләп һылап, духовкаға йә ҡыҙыуы һүрелә төшкән мейескә ҡуябыҙ. Эҫелек 100 градус тирәһе булырға тейеш. Яйлап киптереү яҡшыраҡ, сөнки ҡыҙыу мейестә уртаһы кипмәй ҡалыуы ихтимал.