Барҙаға йышыраҡ барайыҡ05.07.2013
Барҙаға йышыраҡ барайыҡҺабантуй йолаһының офоҡтары киңәйгәндән-киңәйә. Игенселәргә хөрмәт йөҙөнән ойошторолған был байрам сит илдәрҙә дәррәү билдәләнә. Рәсәйҙә инде дүртенсе йыл рәттән федераль һабантуй үткәрелеп килә. Үҙенсәлеге шунда: бер нисә төбәк берлектә ойоштора уны. Быға тиклем Бөтә Рәсәй һабантуйы Һамар, Силәбе өлкәләрендә, Сыуашстанда билдәләнгәйне. Ошо көндәрҙә иһә Пермь крайының Барҙа районы үҙәгендә халыҡ байрамы киң ҡоласын йәйҙе.
Быйылғы һабантуйҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Леонид Гильченконың, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың, Пермь крайы губернаторы Виктор Басаргиндың, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Барҙа ҡасабаһындағы был байрам 50 меңдән ашыу кешене йыйған. Ысынлап та, халыҡ ғәләмәт күп ине.
— Мин күргән һабантуйҙар араһында был иң сағыуы, — тине сәләмләү һүҙендә Пермь крайы губернаторы Виктор Басаргин. — Беҙҙең төбәк төрлө мәҙәниәттәрҙе, халыҡтарҙы, телдәрҙе тоташтырып тора. Киләсәктә лә шулай булһын.
Пермь крайы башлығы артабан төбәк менән емешле хеҙмәттәшлек иткән өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевҡа, Татарстандың мәҙәниәт министры Айрат Сибәғәтуллинға, Бөтә донъя татарҙары конгресының башҡарма комитеты рәйесе Ринат Закировҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов иһә республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡайнар сәләмен еткерҙе. Әйткәндәй, Салауат Тәлғәт улының фәһемле телмәрен халыҡ бик йылы ҡабул итте.
— Беҙҙең халыҡта “ут күрше” тигән төшөнсә бар. Бик борон ата-бабаларыбыҙҙың усағында уты бөткән, тиҙәр. Шул ваҡытта күршеләре алып килгән осҡон дөрләп, ялҡынға әүерелгән. Ошо усаҡ дуҫлыҡ һәм изгелек билдәһе булып тора. Бөгөн дә беҙ бер-беребеҙҙән йылылыҡ алырға, үҙебеҙҙең дә осҡонобоҙҙо өҫтәргә йыйылдыҡ, — тине Хөкүмәтебеҙ Премьер-министры урынбаҫары. Ә инде Салауат Сәғитов халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың дуҫлыҡ хаҡындағы шиғырын яттан һөйләп ишеттергәс, меңәрләгән тамашасы көслө алҡышын йәлләмәне.
Башҡортостандан ситтә йәшәп тә башҡорт мәҙәниәтен хәстәрләп хеҙмәт иткән шәхестәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде, Барҙа районының башҡорт һәм татар мәҙәни үҙәге рәйесе Ҡәҙерйән Зыятовҡа республикабыҙҙың Почет грамотаһы тапшырылды. Шул уҡ райондың “Дуҫлыҡ” өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Гүзәл Нуриханова “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Барҙаға йышыраҡ барайыҡСалауат Сәғитов Пермь крайы, шулай уҡ Барҙа районы башҡорттары ҡоролтайына, Чернушка ҡалаһының башҡорт йәкшәмбе мәктәбенә Башҡортостан исеменән 100-әр мең һумлыҡ аҡсалата бүләк тапшырҙы.
Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов үҙ сығышында башҡорт һәм татар халыҡтарының дуҫлығына ҙур әһәмиәт биреүен әйтте.
— Һабантуй — башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың дуҫлығын, рухи-мәҙәни байлығын, мөмкинлектәрен күрһәтә торған байрам, — тине Рөстәм Нурғәли улы. — Барҙа ерендә ике туғандаш халыҡ элек-электән татыу ғүмер итә. Беҙ киләсәктә лә шулай дуҫ йәшәргә тейешбеҙ.
Барҙа районының башҡорт һәм татар мәҙәни үҙәге Татарстан Президентынан бүләккә “ГАЗель” микроавтобусын алып һөйөндө. Әйткәндәй, был көндә ҡасабала күренекле татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылды.
Йола буйынса, ат сабышында, көрәштә еңгәндәр һарыҡ менән бүләкләнә. Был һабантуйҙа бүләктәр күпкә затлыраҡ булып сыҡты. Ат сабышында еңеүсегә — Пермь крайы губернаторы, ә инде бил бирмәҫ батырға Татарстан Президенты автомобиль тапшырҙы. Бындай шәп бүләктәргә Пермдән һыбайлы Сергей Пономарев менән Татарстандан килгән көрәшсе Радик Фәйзуллин лайыҡ булды.
Байрамда күңел асыу өсөн ниндәй генә уйындар ойошторолманы! Ундай ярыштарҙа мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов йәйәнән атып, мәргәнлеген күрһәтте, Пермь крайы губернаторы Виктор Басаргин иһә күҙе бәйләнгән көйөнсә көршәк ватты.
Һәр төбәк үҙенең рухи донъяһы, мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында күргәҙмә ойошторҙо. Башҡортостан исеменән был юлы Дүртөйлө һәм Тәтешле райондары килгәйне, Асҡын районындағы “Танып” шифаханаһы, республикабыҙҙың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ла төйәгебеҙҙе лайыҡлы күрһәтеү өсөн үҙ өлөшөн индерҙе.
Тәтешле районының хеҙмәтен айырыуса баһалап үтергә кәрәктер. Халҡыбыҙҙың күренекле улдарынан мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң, шағир Әнғәм Атнабаевтың, шулай уҡ йырсы Салауат Фәтхетдиновтың шәжәрәләре күргәҙмәлә төп урынды биләп торҙо. Был уларҙың ата-бабалары ирәкте ырыуы башҡорто булыуын иҫбатлай.
Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов ирәкте ырыуы вәкиле, танылған эстрада йондоҙо Салауат Фәтхетдиновтың нәҫел ағасы менән ҡыҙыҡһынып танышты. Әйткәндәй, Салауат Зәки улы үҙе лә байрамда йырлап, халыҡты дәртләндереп ебәрҙе.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, шулай уҡ Сибайҙың сәхнә оҫталары ҡуйған концерт йыр-моңға сарсаған халыҡтың күңеленә май булып яғылды.
Был һабантуй, ысынлап та, юғары кимәлдә үтте. Уны Башҡортостандың да, Татарстандың да, Пермь крайының да уртаҡ хеҙмәт емеше тип ҡабул итергә кәрәк.
Тик байрам үтә лә китә, ә халыҡты борсоған мәсьәләләр тороп ҡала. Шәхсән үҙем был төбәккә икенсе тапҡыр килдем. 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүгә 200 йыл тулыу айҡанлы Пермь ҡалаһында “Төньяҡ амурҙары” мәҙәни-мәғлүмәти акцияһында ҡатнашырға тура килгәйне, унда милли мәсьәләләр хаҡында ла һүҙ сыҡты. Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Тарих һәм археология институтының ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Александр Черных былай тигәйне: “Һуңғы утыҙ йылда Пермь крайында башҡорттар кәмегәндән-кәмей: 1989 йылда — 52 мең, 2002 йылда — 40 мең, ә инде һуңғы мәғлүмәттәр буйынса 32 мең тирәһе булыуы асыҡланды. Аҫаба халыҡтың кәмеүенә бер нисә сәбәп бар. Башҡорт һәм татар халыҡтары тығыҙ мәҙәни-рухи бәйләнештә йәшәй. Бына Барҙа районында электән башҡорттар йәшәп килгәнен яҡшы беләбеҙ. Тик ниңәлер һуңғы йылдарҙа ул районда башҡорттарҙың иҫәбе кәмей, ә татарҙар арта. Элек паспортта һәр граждандың милләте күрһәтелә ине, хәҙер уны алып ташланылар — был да үҙен кире яҡтан һиҙҙертә. Пермь һәм Барҙа райондарында элек-электән гәйнә башҡорттары йәшәһә, хәҙер улар татарлашып бөтөп бара, сөнки төбәктә татарса ғына уҡыталар. Шуғалыр ҙа ундағы башҡорттарҙың 92 проценты татар телен туған теле тип иҫәпләй. Был бит — иҫ китерлек күренеш! Кеше үҙе — бер халыҡ вәкиле, ә туған теле тип башҡа телде атай. Әлбиттә, бик ҡатмарлы хәл. Пермь крайында “башҡорт-татар” милләте барлыҡҡа килгән тип тә шаярталар хәҙер”.
Барҙаға йышыраҡ барайыҡПермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәров та Башҡортостан яғынан иғтибарҙың әллә ни ҙур булмауына зарланғайны.
— Һәр халыҡ үҙ тарихын белергә тейеш. Балаларыбыҙ Татарстанда баҫылған китаптарҙы уҡығанда, ыңғай үҙгәрештәрҙе көтөү мөмкин түгел. Барҙа районында башҡорт гимназияһын асыу — күптәнге теләгебеҙ, әммә ул һаман хыялда ғына ҡала, — тине.
Бер йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, әлеге мәсьәлә әһәмиәтен юғалтмай. Был йәһәттән Татарстандан өлгө алырға кәрәк: татар телендәге китаптар менән даими тәьмин итәләр, сәнғәт әһелдәре лә Барҙа еренә йыш килә.
Тағы ла бер мөһим мәсьәләне асыҡлау кәрәк: Барҙалағы гәйнә башҡорттары үҙенсәлекле телдә һөйләшә — татарса ла түгел, әҙәби башҡорт теленән дә алыҫлашҡан. “Ҡыйылдап сөйләшеү”, “бирең”, “килең”, “үлтермәң”, “сеҙ” кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланалар. Был хаҡта заманында билдәле диалектолог Нәжибә Мәҡсүтова ла сығыш яһаған. Әммә бөгөн ошо гәйнә теленең үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе ғалимдарыбыҙ ҡайҙа? Уларҙағы диалект буйынса тағы ла хеҙмәт яҙып, урындағы халыҡҡа еткереүсе телселәр табылһа, шәп булыр ине лә бит.
Милли китаптарға ла ҡытлыҡ кисерә милләттәштәребеҙ, шул уҡ ваҡытта Ҡазанда сыҡҡан яңы баҫмалар ул яҡҡа ваҡытында ебәрелеп тора.
Был мәсьәлә хаҡында яҙып, туғандаш татар халҡын яманлағым килмәй. Мин һәр халыҡтың үҙ тамырын, үҙ телен белеүе яҡлымын. Пермдә үткән һабантуй, ысынлап та, башҡа милләттәр алдында татар менән башҡорттоң дуҫлығын күрһәтте. Ут күршебеҙҙән, ҡәрҙәш татар дуҫтарҙан өлгө алһаҡ ине.

Автор фотолары.

Пермь крайы.


Вернуться назад