Ҡурай бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ05.07.2013
Ҡурай бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ11-12 июлдә Йылайырҙа башҡорт милли музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы үткәрелә. Был ижади бәйге виртуоз ҡурайсының тыуыуына 85 йыл тулыуға арнала.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән. Заманында Франция, Италия, Швеция, Швейцария, Германия, Польша, Афғанстан, Пакистан, Бирма, Япония һәм башҡа илдәрҙең тамашасылары уның сығышын йылы ҡабул иткән.
Әйткәндәй, шәхес иҫтәлегенә арналған конкурсты Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Йылайыр районы хакимиәте һәм Ҡурайсылар союзы берлектә ойоштора. Унда ҡурайҙа, думбырала, ҡылҡумыҙҙа уйнаған үҙешмәкәр һәм профессиональ артистар, шулай уҡ ҡурайсылар ансамбле ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Һәр ҡатнашыусының һәләтен республикабыҙҙың танылған сәнғәт әһелдәре баһалаясаҡ.
Конкурс 12 июлдә киске сәғәт 5-тә Йылайыр районы үҙәгендәге мәҙәниәт һарайында гала-концерт менән тамамланасаҡ.
Ҡатнашырға теләүселәр 8 (347) 289-66-47 телефонына шылтыратып мөрәжәғәт итә ала.


Вернуться назад