Себер һалҡынын күңел йылыһы еңде05.07.2013
Июнь урталарында Сорғотта гөрләп һабантуй үтте. Көндөң һалҡынлығына, төньяҡтан әсе ел иҫеп, ямғыр һибәләп тороуына ҡарамаҫтан, байрам өсөн тәғәйенләнгән урынға халыҡ күпләп йыйылды. Теҙелеп киткән сауҙа нөктәләрендә ҡымыҙ, сәк-сәк, бал, мосолман кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре һатылды.
Башҡортостандағы һабантуй һымаҡ, бында ла төрлө уйындар — тоҡ кейеп йүгереү, күҙ бәйләп, епкә эленгән әйберҙе ҡырҡыу, көршәк ярыу, ҡул көрәштереү, гер күтәреү, тоҡ менән һуғышыу һәм башҡалар — ойошторолдо. Ә иң күңеллеһе — алыҫ ерҙе яҡын итеп, һабантуйыбыҙға Сибай филармонияһы артистары килде.
Бына сәхнәлә, ут сәсеп, башҡорт егеттәре «Уралым бөркөттәре» бейеүен башҡара. Уларҙы «Тархан» төркөмө йырсылары Фаил Йортбәков, Ринат Ғайсин һәм Раушан Ниязғоловтың дәртле йырҙары алмаштыра. 2012 йылда Сибайҙағы төбәк-ара йыр конкурсында Гран-при яулап, автомобиль менән бүләкләнгән Зәлиә Нурлының сығышы халыҡҡа айырыуса оҡшаны. Ғөмүмән, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов етәкселегендәге филармония артистары Сорғот халҡын йыр-бейеү, ҡурай, баян моңдары менән дәртләндерҙе, һоҡландырҙы. Бейеү ансамбленең художество етәксеһе Фәнил Әсәҙуллин бик яҡшы программа алып килгән. Баянсы Дим Шәрәфиев, ҡурайсы Раушан Ниязғолов, йырсы Баязит Байназаровтарҙың сығыштары алҡышҡа күмелде. Концертта шулай уҡ «Гәлсәр һандуғас», «Ҡош юлы-2012» бәйгеләре дипломанты, Учалы филармонияһы режиссеры, композитор Миңзәлә Яхина йырланы.
Артабан сәхнә Сорғот артистары ҡарамағына күсте. Алина Вәлинурова етәкләгән үҙешмәкәр халыҡ бейеү ансамбленең «Гөлнәзирә»һен һәм бәләкәй төркөм башҡарыуындағы «Ҡара юрға»һын тамашасылар йылы ҡаршы алды.
Был ваҡытта көрәш майҙаны ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Батырҙарҙы халыҡ ихлас ҡеүәтләп торҙо. Абсолют еңеүсе булып яҡташыбыҙ, Учалы ҡалаһы егете Алмас Әсәҙуллин танылды. Ул һыуытҡыс һәм тәкә менән бүләкләнде. Халыҡ батырҙы күккә сөйҙө!
Төштән һуң көн бер аҙ йылынды, ел баҫылғандай булды. Һабантуй майҙанынан ҡурай, гармун моңо, йыр кискә тиклем ағылды, кешеләрҙең шат тауышы Себер һалҡынын еңеп, күңелдәрҙе йылытып илһам, дәрт өләште.

Сорғот ҡалаһы.


Вернуться назад