Урлашовты урлашҡанда тотҡандар05.07.2013
Ошо көндәрҙә, дөрөҫөрәге, бер төндә, тәфтиш органдары Ярославль ҡалаһы мэры Евгений Урлашовты ришүәт алып торған мәлендә “тап иткән”. Уны шунда уҡ рәшәткә артына оҙатҡандар. Ваҡытлыса, әлбиттә.
Власть партияһын аҙым һайын тәнҡитләп, “ғәҙеллек өсөн көрәшәм” тип йөрөгән булһа ла, Урлашовтың намыҫы һис тә таҙанан түгел икән. Бәлки, хакимиәт бинаһындағы эш ваҡыты тамамланғандан һуң ҡырын эштәр менән шөғөлләнеүҙе яҙыҡ тип һанамағандыр.
Бер нисә миллион һумлыҡ ришүәт менән тотолған уғрыны яҡлап сығыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, исеме эшлекле даирәләрҙә лә, сәйәсәттә лә киң билдәле бер олигарх Урлашовты ултыртмаһындар өсөн аманатҡа миллиондар тәҡдим итә, ти. Ғөмүмән, бында аҙым һайын сәйәсәт еҫе аңҡый.
Исеме лә есеменә
Тура килә — Урлашов.
Һиҙмәй ҡалды тотолғанын,
Дәүләт милкен урлашып.


Вернуться назад