Өс эшсе һәләк булды05.07.2013
Илеш районындағы таҙартыу коллекторында өс эшсенең һәләк булыуы сәбәбе асыҡлана, тип хәбәр итте республика буйынса Тәфтиш идаралығының өлкән етәксеһе Светлана Абрамова “Интерфакс-Волга буйы” агентлығына.
30-50 йәштәрҙәге өс ир көндөҙ “Һыуғояр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте биләмәһендәге биологик таҙартыу ҡоролмаһын йүнәтергә юлланған булған. Береһе вентелде төҙәтеү өсөн ҡоҙоҡҡа төшкән һәм шунда уҡ иҫен юғалтып йығылған. Коллегалары уға ярҙамға ашыҡҡан, әммә үҙҙәре лә иҫтәрен юйған.
“Тәүге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, улар ҡоҙоҡта тупланған метан быуы менән ағыуланған”, — ти Светлана Абрамова.
Эшселәрҙең кәүҙәләре Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан өҫкә сығарылған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.
“Интерфакс-Волга буйы”.