Хөкөмдө район суды сығарасаҡ05.07.2013
Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров “Янғантау” шифаханаһының элекке директоры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәҙретдиновҡа ҡарата хөкөм ҡарары талап итә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул аҡса үҙләштереүҙә, эш хаҡы түләмәүҙә, вазифаһын шәхси мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләнә.
Тикшереү ваҡытында Рәмил Бәҙретдинов үҙен ғәйепле тип танымаған. Енәйәт эше Салауат районы судына ебәрелгән.