Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте05.07.2013
Рәсәй Президенты Указына ярашлы ғәҙәттән тыш шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге өсөн Ишембай районындағы Байғужа төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Мөхәмәтшин Элшат Руслан улы “Һәләкәткә тарығандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде; машиналар эшләү өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Витязь” машиналар эшләү компанияһының электр менән иретеп йәбештереүсеһе Стамати Федор Дмитриевичҡа“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе”, нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең Дүртөйлө идаралығы машинисы Дәүләтбаев Фәрил Ғималетдин улына, “Башнефтегеофизика” йәмғиәте филиалы — Ватьеган сейсмик экспедицияһының отряд начальнигы Шанин Александр Петровичҡа “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде;
Рәсәй Федерацияһы Президенты бойороғона ярашлы хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Өфө ҡалаһындағы “Өфө-Ведомости” муниципаль бюджет учреждениеһының махсус хәбәрсеһе Вәлитов Әмир Ғосман улына Рәсәй Федерацияһы Президентының рәхмәте белдерелде.


Вернуться назад