Үкенескә ҡаршы, бәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Үҙең ҡайғы-хәсрәт утында янмаһаң, был һүҙҙәрҙең асылына төшөнөргә уйламайһың да. Әммә тормош һәр ваҡытта ла таҡыр юлдан тәгәрәмәй икән шул...
VII класта уҡып йөрөүсе улыбыҙ Динар ҡаты сиргә дусар булды. Ул июлдән алып Өфөлә республика балалар клиник дауаханаһының гематология бүлексәһендә дауалана, киҫкен промиелоцит лейкозынан яфалана.
Ысын дуҫтар бәлә килгәндә беленә, тип дөрөҫ әйтәләр. Ғаиләбеҙ ауыр хәлдә ҡалғас, таныштар, туғандар, күршеләр, хеҙмәттәштәр, район халҡы һәм “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы ярҙам ҡулын һуҙҙы.
Гәзиттә Динарҙың ярҙамға мохтаж булыуы тураһында мәҡәлә донъя күргәс тә, “Таң” гәзите коллективы, ирем эшләгән Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, төбәгебеҙҙәге мәктәп коллективтары, Ағиҙел ҡасабаһы халҡы, ойошма һәм предприятиелар матди ярҙам күрһәтте.
Мәҙәниәт һарайында “Мөғжизәгә килә ышанғым!” тип аталған хәйриә концерты ойошторолдо һәм башҡаларҙың ҡайғы-хәсрәтенә битараф ҡала алмаған район халҡы 21 мең һум аҡса йыйып бирҙе.
Республикабыҙҙың абруйлы баҫмаһы — “Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы иһә 30 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтте.
Изгелек ҡыл да һыуға һал — халыҡ белер, халыҡ белмәһә — балыҡ белер, ти халыҡ. Динарыбыҙҙың һаулығы, ғүмере өсөн тәрән борсолған изге йәнле барса кешегә ғаиләбеҙ исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Мәрхәмәтлегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә игелек, Аллаһ сауабы, рәхмәте булып ҡайтһын! Ҡайғы еле тупһағыҙҙы урап үтһен, һәммәгеҙгә лә сәләмәтлек, именлек, бәрәкәтле оҙон ғүмер насип итһен!
Ғаиләбеҙ иңенә төшкән оло һынау алдында яңғыҙ ҡалмауыбыҙ сирҙе еңеүгә өмөт уята. Ауырлыҡты күтәрешкәнегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт, дуҫтар!
Ғәлиә ҠОЛДӘҮЛӘТОВА.
Бөрйән районы.