Һәр яҡтан уйлап эшләү зарур05.07.2013
Республикала йәштәрҙең иғтибарын эшсе һөнәрҙәренә йәлеп итеү маҡсатында “Чиновник һөнәрен үҙгәртә” акцияһының үтеүе, унда Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев, ауыл хужалығы министры Николай Коваленконың ҡатнашыуы хаҡында яҙғайныҡ инде.
Сара халыҡтың иғтибарынан ситтә ҡалмаған, әммә ҡуйылған маҡсатына өлгәшкәнме-юҡмы – уныһы икенсе мәсьәлә. Акциянан һуң төрлө фекер яңғыраны, редакцияға килгән хаттар ҙа ошо хаҡта һөйләй.
Ауырғазы районынан инженер-нефтсе, хеҙмәт ветераны Рәсүл Ғүмәровты, мәҫәлән, сарала хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең инҡар ителеүе аптырашта ҡалдырған. “А. Иванюта үҙен токарь сифатында һынап ҡараны – яланбаш, күҙлеге юҡ. Министр һынлы кешене бөтә республикаға күрһәткәндә, эш урынын әҙерләгән Өфө моторҙар эшләү берекмәһе етәкселеге ни ҡараған? Был – хәүефһеҙлек талаптарын бөтөнләй һанға һуҡмау сағылышы”, – тип яҙған ул.
Дыуан районынан хеҙмәт ветераны Робинзон Зиннуров иһә редакцияға юллаған хатында шулай тип яҙа: “Был акция миңә спектакль кеүек тойолдо. Улар – билдәле тармаҡтың юғары дәрәжәле белгестәре, бөтә һөнәри баҫҡыстарҙы үтеп, етәксе вазифаһына тиклем барып еткәндәр. Бөгөн килеп эшсе ролендә сығыш яһау ниндәй файҙа бирҙе икән, тип уйлайым. Хәүефһеҙлек талаптарын үтәү йәһәтенән инструктаж үткәрелгәнме? Бер-бер хәл була ҡалһа, кем яуап бирә? Минеңсә, эшселәр менән фекер алышыу, көнүҙәк проблемаларҙы тикшереү күпкә файҙалыраҡ булыр ине. Йәштәрҙең иғтибарын эшсе һөнәрҙәренә йәлеп итеү өсөн иң тәүҙә ҡала һәм райондарҙа тейешле талаптарға яуап биргән эш урындарын булдырыу, һәйбәт эш хаҡы түләү фарыз. Ул саҡта берәү ҙә “оҙон” аҡса эҙләп, Себер тарафына сығып китмәҫ ине. Социаль акция бына ошондай булырға тейеш”.
Авторҙар менән килешеү-килешмәү – һәр кемдең үҙ ихтыярында. Әммә уларға ҡушылып, шуны әйтке килә: ысынлап та, хеҙмәт хәүефһеҙлеге – көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәмәү арҡаһында һаулығына зыян килтергән кешеләр хакында ишетеп-белеп торабыҙ.
Яҙманы Ленара Иванованың матбуғат конференцияһында әйткән һүҙҙәре менән тамамлағы килә – унда үрҙәге фекерҙәргә яуап бар кеүек: “Беҙ махсус рәүештә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур булған һөнәрҙәрҙе һайланыҡ, йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәренә йәлеп итеү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Телгә алынған предприятиеларҙа эшселәргә һәйбәт шарттар булдырылған, был да, үҙ сиратында, халыҡтың иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ. Әлбиттә, “Чиновник һөнәрен үҙгәртә” акцияһынан һуң йәштәр фәҡәт эшсе һөнәрен һайлар, тип раҫларға йыйынмайым, шулай ҙа стереотиптарҙы үҙгәртеүҙе ҡасан да булһа башларға кәрәк бит”.


Вернуться назад