«Мин тотонмаһам, кем тәүәккәлләр?»05.07.2013
«Мин тотонмаһам, кем тәүәккәлләр?»Таҡта мәсьәләһе буйынса Үҙәндәге Кузнецовҡа барырға кәңәш иттеләр. Уны табыуы ҡыйын булманы – ауыл ситендәрәк урынлашҡан ҙур хужалығы әллә ҡайҙан күренеп тора. «Гриша», – тип ҡулды ҡыҫты ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы мыҡты ғына ир, танышыуға ғына түгел, дуҫлашыуға уҡ иҫәп тотҡандай. Йөҙөнән һирәктәрҙә генә булған ихлас мөләйемлек, эскерһеҙлек сағыла.

Тәүҙә бурыстан баш сыҡманы…


Григорийға төҙөлөш өсөн ниндәй материал кәрәклеген әйтергә лә тура килмәне. «Таҡта тиһеңме, бурсамы, вагонка йәки блок-хаусмы – барыһын да етештерәм, – тип һанап сыҡты ул тауарҙарын. – Шпунтлы таҡтаның квадрат метры өсөн хаҡты 450 һум итеп ҡуйғанмын, вагонканы 200 һум менән һатам…» Шунан көлөп ебәрҙе: «Ҡыҙыҡ инде: һеҙ, бөрйәндәр, әллә ҡайҙан белеп киләһегеҙ миңә».
Әлбиттә, миндә ябай таҡтаға ихтыяж юҡлығын, заманса материалдар артынан килгәнемде аңланы ул, әммә бысыу цехын күрһәтмәй булдыра алманы. «Бына, сит ил станогы менән эшләйем, «Wood Mizer LT-40» тигән. Күпкә тиҙерәк быса, таҡтаһы ла сифатлыраҡ килеп сыға», – тине. Эйе, беҙҙең яҡта ундай пилорама хаҡында хыялланалар ғына. Артабан Григорий блок-хаус, вагонка, шпунтлы таҡта эшләүсе «Бивер-540» ҡорамалы менән дә таныштырҙы. Уны һатып алып, урынлаштырыу миллион ярым һумға төшкән икән.
– Бәй, һин урындағы баяр ҙа баһа! – тип ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Ҡайһы арала күтәрелеп өлгөрҙөң улай?
– Һигеҙ йыл бит инде… – Эшҡыуар хәтирәләргә бирелде. Әлеге кәсепкә тотонғансы байтаҡ ваҡыт Өфө урман сәнәғәте хужалығының Үҙәндәге ағас ҡырҡып әҙерләү участкаһы директоры була, аҙаҡ урмансылыҡта эшләй ул. Тармаҡ етди үҙгәрештәр, ҡыйынлыҡтар кисергән саҡта, был юл менән ғаиләһен башҡаса ҡарай алмаясағына төшөнөп, шәхси шөғөлгә тотонорға йөрьәт итә. Ағас эше буйынса тәжрибәһе ҙур, әммә бизнеста уңышҡа өлгәшеү өсөн был ғына етмәй бит әле. Тәүге йылдар шуға ла бик ауыр бирелә. Аҡса юҡ. Барыһына ла тиерлек бурыслыһың. «Үлеп-фәлән китһәм, ғаиләм табут һатып алырға аҡсаны ҡайҙан табыр ине икән?» – тигәнерәк уйҙар ҙа өйкәй Григорийҙың күңелен. Тотош ауыл эшһеҙ интегә бит: балалар йорто, мәктәп һәм амбулаториянан башҡа бер ерҙә лә йүнләп түләмәйҙәр. Шул саҡта эшҡыуар «иртәгә» тигән һүҙҙе оноторға, көн дә әҙ-әҙләп булһа ла алға барырға тырышырға маҡсат ҡуя.
Цех асып, ағасты бөтәүләй һатыуҙан таҡта ярыуға күскәс, ул кәсебенең үҙ ғаиләһе генә түгел, тиҫтәләгән ауылдашы өсөн дә ифрат мөһимлеген аңлай башлай. Ни тиһәң дә, әле һаман Үҙәндә Григорий Кузнецов кеүек тәүәккәлләргә теләүселәр тойолмай. Дәғүәселәренең юҡлығы эшҡыуарҙы хафаландырып та ала. «Мин тотонмаһам, кем халыҡҡа эш бирер, ауылды йәшәтер?» – тигән уй менән үҙләштерә ул яңынан-яңы тармаҡтарҙы.

Тубырсыҡ уйынсыҡ түгел


– Ҡасан үҙеңде уңышлы эшҡыуар тип һанай башланың? – тип һорайым.
– Бына әле донъям түңәрәкләнә һымаҡ, – Григорийҙың ҡулдары йәйелеп китте. – Тулы циклға өлгәштем бит: ағасты үҙем үҫтерәм, үҙем йығам, үҙем эшкәртеп һатам…
Йыл да йәй аҙағынан яҙ башынаса халыҡтан килоһын 15-20 һум менән ҡарағай тубырсығы ҡабул итә икән ул. Махсус камерала киптергәс, тоннаһынан 10 килограмм тирәһе орлоҡ алына. Ә был – 60-70 мең һум аҡса. Әммә Григорий Иванович орлоғон һатмай, ә үҙенең питомнигында шыттырып, үҫентеләр әҙерләй. Йыл һайын миллионға яҡын төптө сауҙаға сығарып, һәр берәмеген 2 һум 50 тин менән үткәргәс, үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ инде күпме табыш алғанын. Ә үҫентегә ихтыяж йылдан-йыл арта: урман биләмәләрен ҡуртымға алғандар күпләп мөрәжәғәт итә, ти. Былтыр Пермь крайынан да килеп еткәндәр.
– Тубырсыҡ менән булашыуҙы тәүҙә уйын эшкә һанай инем, хәҙер белдем инде файҙаһын, – тип йылмая эшҡыуар. – Киптереү цехын үҙем төҙөнөм, мейесен дә үҙем яһаным – Магнитогорск ҡалаһындағы тау институтында уҡып, инженер-металлург һөнәрен алғайным бит йәш саҡта. Хәҙер минең арттан бер ниндәй сүп ҡалмай: таҡтаға бармаҫтай ярҡаларҙы вагонка итәм, тағы ла вағырағы булһа, ботаҡ-сатаҡ, тап менән бергә тубырсыҡ киптергестең мейесенә яғам.
Григорий ҡатыны Иринаны ауылда фельдшер булып эшләп йөрөгән еренән идарасыға әйләндергән: икмәк бешереү цехы асҡан да шуның өсөн яуаплылыҡты йөкмәткән. Көн дә ауылдаштарына ҡомалаҡ ҡушып бешерелгән икмәк, муйыл һәм балан бәлештәре тәҡдим итәләр. Тиҙҙән 85 квадрат метр майҙанлы был бинала яңы магазин асыласаҡ.
Кузнецовтарҙың улдары Иван да йүнсел: Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлағас, һөнәре буйынса эш булмағанғалыр, тейәгесле йөк машинаһы һатып алған да кәсеп итеп йөрөй. Ҡыҙҙары Ольга әле мәктәптә уҡый, табип булырға теләй – әсәһенә йәки атаһы яғынан олатаһына тартҡандыр.
Әлбиттә, Григорий Иванович өсөн аҡса иң мөһиме түгел. Кешегә кәрәклегеңде тойоу, хеҙмәтеңдең емешен татыу дәртләндерә, ти ул. Аҡса иһә эшҡыуарға изге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн генә кәрәк. Сиркәү төҙөргә лә, зыяратты рәтләргә лә аҡса бүлеп тора, хатта Ҡаһарманда мәсет һалынғанда ярҙамлашты, ти ауылдаштары. Тау башында йәшәүселәргә менеп-төшөп йөрөү өсөн эшләнгән оҙон һикәлтәне лә яңырттырған икән. Әйткәндәй, заманында олатаһының атаһы Григорий Зимин да Үҙәндә иң бай һәм иң йомарт кеше булған. Уның: «Йоҡлағанда аяғыңды яҫтыҡҡа һал, ә башыңды ял иттермә», – тигән нәсихәте әле һаман телдән-телгә йөрөй.
– Халыҡ күктән көтөп ятырға күнегеп бара, – тип борсола Үҙән уҙаманы. – Беҙҙә йәшелсәселек менән уңышлы шөғөлләнергә булыр ине, мәҫәлән. Ана, туймазылар йыл әйләнәһенә помидор үҫтереп һата бит. Шуларҙан күрепмелер, Аҙнағолда бер чечен ике теплица ултыртты ла инде. Минең үҙемдә балыҡсылыҡ хужалығы булдырырға, туризм йүнәлешенә тотонорға ла ниәт бар. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фондынан килеп төштөләр ҙә Стәрлебаш һәм Федоровка райондарына йорт комплекттары әҙерләп биреүемде һоранылар. Һәр ҡайһыһы – бурса һәм таҡтанан торған 44 кубометр материал инде. Шуны машинаға тейәп, алып барып бирәм, 280 мең һум түләйҙәр. Һис тә насар түгел: даими заказ бар, ағас та бүленә. Хәҙер Бөрйәнгә лә ярҙам итеүемде теләйҙәр, ләкин уларҙың үҙҙәре араһынан берәйһенең тотоноуы дөрөҫөрәк булыр кеүек – халыҡҡа ҡайҙа ла эш кәрәк бит. Күрше район эшҡыуарҙары ошо һүҙемде ишетһә ине.
Шуныһы ҡыҙыҡ: Григорий, хәлле генә булһа ла, һаман «ВАЗ-2110» автомобилендә йөрөй. «Уның ҡарауы, тиҫтәнән ашыу кешене эш менән тәьмин итәм, – ти ул. – Килемемдең күпселек өлөшө бизнесты үҫтереүгә һалына, сөнки яҡшы техника, ҡорамалдар булмайынса, һөҙөмтәлелеккә өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Хеҙмәткәрҙәрем ҡайһы саҡта илке-һалҡы йөрөһә, минең өсөн эшләмәйһегеҙ бит, тип әрләйем. Предприятиеның һәр уңышы – дөйөм тырышлыҡ емеше ул. Мин иһә – аҡсаның хужаһы түгел, ә идара итеүсеһе генә».

Белорет районы.


Вернуться назад