Күптән инде ғаиләм менән Литвала йәшәһәм дә, тыуған ерем Башҡортостандағы хәлдәр менән даими ҡыҙыҡһынып торам.
1982 йылда, Игналина атом электр станцияһы төҙөлә башлаған мәлдә, эш юллап килеп эләккәйнек бында. Беҙҙең күҙ алдында Снечкус тигән яңы матур ҡала үҫеп сыҡты, төрлө милләт вәкилдәре татыу йәшәнек. Әле лә шулай, әлбиттә. Әммә 1989 йылда, Чернобылдәге фажиғәгә бәйле, беҙ эшләп йөрөгән атом электр станцияһы төҙөлөшөн дә яптылар. Күптәр эшһеҙ тороп ҡалды, милләттәштәребеҙ төрлө илдәргә таралды.
Йәнә ике йылдан СССР тарҡалғас, Литва ерендә лә үҙгәрештәр башланды. Балаларыбыҙ мәктәптә мотлаҡ рәүештә литва телен өйрәнде. Беҙ быға ҡаршы килмәнек, әлбиттә. Кеше үҙе йәшәгән төбәктең телен, мәҙәниәтен белергә тейеш, юғиһә литвалар менән бергә эшләгәндә йә аралашҡанда үҙеңде сит планетанан төшкәндәй тойоуың ихтимал бит. «Балаларыбыҙҙы литваса уҡырға мәжбүр итәләр», – тип зарланған бер әҙәмде лә күрмәнек. Киреһенсә, үҙебеҙ ҙә, литва теле курсына яҙылып, һабаҡтар алдыҡ.
Литва етәкселеге халыҡҡа милли матбуғатты яҡлауҙы һорап мөрәжәғәт иткәс, һәр йортҡа икешәр дана гәзит алдыра башланыҡ. Быға ҡаршы төшкән берәү ҙә табылманы. Беҙҙе үҙ ерендә һыйындырған, балаларыбыҙҙың тыуған төйәгенә әйләнгән төбәк телен үҫтереүҙе ыңғай күренеш тип баһаланыҡ. Урыҫса матбуғат баҫмалары менән бер рәттән, литва телендә нәшерләнгән гәзиттәрҙе бөгөн дә ихлас алдырабыҙ, тулыһынса уҡымаһаҡ та, ҡайһы бер мәҡәләләрҙе ҡарап сығабыҙ, литваса ярайһы уҡ һәйбәт аңлайбыҙ. Беҙҙең балалар урыҫса ла, литваса ла, инглизсә лә матур һөйләшә, башҡортса ла һупалайҙар. Юғары белем алып, Көнбайыш Европаға барып эшкә урынлаштылар, сөнки бында атом электр станцияһы төҙөлөшө туҡтатылғаны бирле эш мәсьәләһе киҫкен тора.
Быларҙы ни өсөн яҙам һуң? «Башҡортостан» гәзитенең аяныслы хәлдә ҡалыуы, йәғни тиражының кәмеүе ғәжәпкә ҡалдыра мине. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ гәзит алдырыуҙарына иҫ-аҡылым китә. Республика яңылыҡтарын беренсе булып халыҡҡа еткергән, башҡорт телен, милләтебеҙҙе үҫтереүгә булышлыҡ иткән төп гәзиткә яҙылмаған тотош ауылдар барлығы борсоуға һала. Ата-әсәһе гәзит уҡымаған, туған телде ихтирам итмәгән ғаиләлә тәрбиәләнгән баланан киләсәктә нимә көтөргә ҡала? Беҙ Литвала йәшәһәк тә, «Башҡортостан» гәзитенең электрон версияһын алдырабыҙ. Уның һәр бите күңелгә яҡын. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барған сәйәсәт тә ҡыҙыҡһындыра, тыуған республикабыҙҙың уңыштары хаҡында ла уҡып ҡыуанабыҙ. Беҙҙән күреп, балаларыбыҙ ҙа гәзит-журналға ылығып үҫте. Был, әйткәндәй, уларҙы компьютерға бәйлелектән дә араланы.
Милләттәштәремә әйтер һүҙем: «Башҡортостан» гәзитен алдырмаған ғаилә рухи үҫештән мәхрүм ҡала. Балаларығыҙ ыңғай өлгөгә эйәреп үҫһен. Аҡса юҡлыҡ – һылтау ғына…
Ғәлим СИРАЖЕТДИНОВ.
Литва Республикаһы,
Висагинас ҡалаһы.